Новости

30.03.2015
Тифлосессия в Дюртюлях
27 мартта һуҡырҙар өсөн махсус Башҡортостан Республика китапханаһы белгестәре Дүртөйлө районы муниципаль Үҙәк китапханаһында “Муниципаль китапханаларҙа мөмкинселектәре сикләнгәндәр файҙалана алырлыҡ шарттар тыуҙырыу” исемендә тифлосессия уҙғарҙылар. Тифлосессия эшендә Дүртөйлө районының мөмкинселектәре сикләнгәндәрҙе социаль яҡлау белгестәре, урындағы инавлидтар ойошмаһы ағзалары, китапхана уҡыусылары ҡатнашты. Дүртөйлө районы Үҙәк китапхана директоры З.И. Заһиҙуллина тамашасыларҙы сәләмләгәндән һуң, китапхананың эшмәкәрлеге, яулаған еңеүҙәре һәм тифлосессияның әһәмиәте хаҡында һөйләне.
 
24.03.2015
Памяти Вероники Тушновой
25 мартта һуҡырҙар өсөн махсус Башҡортостан Республика китапханаһында “Май шәме” шиғриәт клубында шағирә Вероника Тушнованың тыуыуының 100 йыллығына арналған “Мөхәбәттең шатлыҡлы һәм әсенеүле мәлдәре” исемле -шиғри-музыкаль кисә уҙғарыла.
 
21.03.2015
Конкурс по избирательному праву и избирательному процессу
Хөрмәтле китап уҡыусылар!
Халыҡтың хоҡуки мәҙәниәтен үҫтереү һәм хоҡуки ихтияжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында, республиканың Үҙәк һайлау комитеты, Бөтәрәсәй һуҡырҙар йәмғиәте һәм һуҡырҙар өсөн махсус Башҡортостан Республика китапханаһы мөмкинселектәре сикләнгән граждандар араһында һайлау хоҡуғы, һайлау процессы буйынса конкурс уҙғара һәм “Минең һайлау хоҡуғым бар” тип аталған интернет-викторинала ҡатнашырға саҡыра.
 
 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.