“Изге күңелдән китап”

Нет аудиозаголовка!!!
Башҡортостан  Республикаһының З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте ойошторған Әҙәбиәт йылы эсендә “Изге күңелдән китап” тип аталған акцияны дауам итә. Был сараның маҡсаты–  милли әҙәбиәтте  пропагандалау, йәш быуында китапҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеү, йәлеп итеү. Акцияла –  дәүләт ойошмалары, эшҡыуарҙар, йәмәғәтселек, ғөмүмән, теләгән  һәр бер кешенең ҡатнашыуы мөмкин. Күпмегә булһа ла  һатып алынған китапты һәр кем балалар йорттарына, мәктәптәргә, дауаханаларға, китапханаларға, хатта күп балалы ғаиләләргә лә бүләк итә ала.
14 июлдә ошо тантаналы сараны дауам итеп  Башҡортостан  республикаһының З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Йәндәүләтов  Илһам Миңлеғәле улы асты. Баш мөхәррир урынбаҫары Олия Анасовна акцияның уңышлы дауам итеүе хаҡындағы  инеш һүҙенән һуң  Республикабыҙҙың  Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы директоры Айгөл Рафаэль ҡыҙы Әминеваға бирҙе.
Был китапхана Башҡортостан “Китап” нәшриәте менән байтаҡ йылдар инде хеҙмәттәшлек итә, унда баҫылған бик күп баҫмаларҙы  мөмкинселектәре сикләнгән, йәки тома һуҡырҙыр өсөн Брайль системаһы буйынса һәм тауышландырылған итеп нәшерләй. Ошо акция сиктәрендә  А. Әминева 28 һанлы махсус интернат-мәктәп уҡыусыларына  тыуған яҡты өйрәнеү өсөн бик кәрәкле “Минең Уралым мең йылдар  аша” тигән 28 сәғәт 43 минутлыҡ тауышландырылған китаптар бүләк итте.
“Ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмаған бер генә кеше лә яңғыҙ үҙе ҡалырға тейеш түгел, һәр кемдең  уҡырға, әҙәбиәткә мөрәжәғәт итергә хаҡы бар, мөмкинселеге булырға тейеш, сөнки китап беҙҙе ҡанатландыра ла, сафландыра ла, йәшәү дәрте лә бирә, оло ҡайғы мәлдәрендә йыуата ла, хатта күңел асыу сараһы ла, шуның өсөн беҙҙең китапхананың тауыш яҙҙырыу студияһында яңынан -яңы баҫмаларҙы тауышландырып уҡыусыларыбыҙға ваҡытында тәҡдим итеп торабыҙ,”– тине махсус китапхана директоры.
Коррекцион интернат –мәктәптең директор урынбаҫарҙары Гүзәл Мырҙагильдина һәм Айгөл Килмөхәмәтова был бүләктәрҙе ихлас күңелдән ҡабул иттеләр һәм ҡасандыр Салауат Низаметдиновты тәрбиәләгән уҡыу йортона, унда тәрбиәләнгән мөмкинселектәре сикләнгән балаларға иғтибар бүлгәндәре өсөн, рәхмәттәр әйттеләр.
Шулай уҡ марафонды Республикабыҙҙың милли симфоник оркестры директоры, күренекле скрипкасы Воронин Алексей оло шәхесебеҙ Арыҫлан Мөбәрәковҡа арналған фотоальбомды һәм тағы ла бер нисә  ҡиммәтле китапты Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сермән балалар йортона тапшырҙы.
Был акциянан, әлбиттә, башҡорт шағирҙары ситтә ҡалғаны юҡ. Республикабыҙҙың Салауат Юлаев исменедәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов  та, үҙ нәүбәтендә, “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан тиҫтәгә яҡын китапты һатып алып шулай уҡ 28 махсус интернат-мәктәп уҡыусыларына бүләк итте һәм үҙенең ошо марафонға бағышлап яҙылған шиғырын да уҡып ишеттерҙе.  Йәштәрҙә, уҡыусы балаларҙа, күп балалы ғаиләләрҙә китапҡа ҡарата иғтибарҙы йәлеп иттереүгә йүнәлтелгән Республикабыҙҙың З. Биишева исемен йөрөткән китап нәшриәте ойошторған был акцияны  эстафета буйынса Республикабыҙҙың Дуҫлыҡ йорто директоры Азат Ибраһимов һәм “Сәнғәт әһелдәре”фонды етәксеһе Әлмира Соломинова ҡабул иттеләр. Күренекле журналист һәм юморист- шағир Марсель Сәлимов киләһе марафонда үҙенең дә ҡатнашырға теләген белдерҙе. Акция дауам итә, әйҙәгеҙ, дуҫтар, берҙәм ҡушылайыҡ, халҡыбыҙ иң күп китап уҡыусы– белемле, мәҙәниәтле, иң талантлы оло шәхестәр үҫтереүсе, тәрбиәләүсе  булып ҡалһын.
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина.
 
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.