Новости

22.07.2020
К Международному дню шахмат.
Махсус китапханала Халыҡ-ара шахмат көнөнә арналған "Ҡара һәм аҡ ялан буйлап сәйәхәт" тематик программа уҙҙы.
Китапханасылар ҡатнашыусыларға шахмат тарихын һөйләнеләр, уйындың төп ҡағиҙәләре менән таныштырҙылар. Шахмат тураһында фильм ҡаранылар, викторина һәм ребус һорауҙарына яуап бирҙеләр. Шахмат уйынын өйрәнергә теләүселәргә онлайн консультация бирелде.
21.07.2020
Лилия Тимергаязовна, С днем рождения!
Хәйбуллина Лилиә Тимерғаяз ҡыҙы махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалында 30 йылдан ашыу эшләй. 1985 йылда Өфө китапхана техникумын тамамлай.
Ошо йыл арауығында ул үҙен оҫта белгес, яҡшы ойоштороусы, яуаплы эшсе итеп күрһәтә. Инвалидтарҙың ял ваҡытын ойоштороуға, музыкаль-әҙәби кисәләр, китап презентацияларын, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар үткәреүгә күп көсөн һала. 
20.07.2020
К Всемирному дню шоколада

Махсус китапханала Бөтә донъя шоколад көнөнә арналған "Тәмлетамаҡтар хыялы" шоколад яратыусылар осрашыуы уҙҙы. Был көндө китапханаға килеүселәр бер-нисә төр шоколад тәмләп ҡаранылар. Байрамдың килеп сығыу тарихы менән таныштылар. Шулай уҡ викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр Instagram

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.