Лилиә Тимерғаяз ҡыҙы, тыуған көнөгөҙ менән!

Лилия Тимергаязовна, С днем рождения!
Хәйбуллина Лилиә Тимерғаяз ҡыҙы махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалында 30 йылдан ашыу эшләй. 1985 йылда Өфө китапхана техникумын тамамлай.
Ошо йыл арауығында ул үҙен оҫта белгес, яҡшы ойоштороусы, яуаплы эшсе итеп күрһәтә. Инвалидтарҙың ял ваҡытын ойоштороуға, музыкаль-әҙәби кисәләр, китап презентацияларын, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар үткәреүгә күп көсөн һала. 

Үҙ эшен ул оло яуаплылыҡ менән башҡара. Филиал, уның етәкселегендә, республика, Бөтә Рәсәй, китапхана семинар һәм конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша. 
Хеҙмәте өсөн бер-нисә тапҡыр Почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнә: 2015 йылда Хәйбуллина Лилиә Тимерғаяз ҡыҙына "Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре" исеме бирелә.
Хөрмәтле Лилиә Тимерғаяз ҡыҙы! Һеҙҙе ихлас күңелдән тыуған көнөгөҙ менән ҡотлайбыҙ. Ғаиләгеҙгә именлек, бәхет-шатлыҡтар ғына теләйбеҙ. Уңыш һәр ваҡыт һеҙгә юлдаш булһын. Ҡайғы, ауырыуҙар күрмәй йәшәгеҙ.
Беҙ һеҙҙе яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.