Новости

27.07.2020
"Герой своего времени"
27 июль махсус китапханала М.Ю. Лермонтовтың иҫтәлегенә арналған "Заман батыры" лекцияһы үтте. 
Лекция барышында китапхана ҡулланыусылары рус яҙыусыһының биографияһы, әҫәрҙәренең геройҙары менән танышты.
26.07.2020
2018 йылда, император ғаиләһенең вафат булыуына 100 йыл тулғанда, Рәсәйҙә "Император юлы" Милли туристик проектын эшләп сығарҙылар. 
Иң юғары статуслы ауыл Батша ауылы, Балалар ауылы, Пушкин. Ике матур һарайлы, парклы, бай тарихлы бәләкәй генә ҡаласыҡ. Романовтарҙың император йорто Санкт-Петербургтың бөйөк архитектураларына инә, ә лицеист Пушкин уға шиғырҙарында дан йырын йырлай.
Әйҙәгеҙ, Наталья Летникова менән бергә был бөйөк ауылдың тарихын хәтергә төшөрәйек. Һылтанма:
25.07.2020
"Летучая мышь" ТЕАТР «МОСКОВСКАЯ ОПЕРЕТТА»
"Ярғанат". "Мәскәү опереттаһы"  театры.
"Ярғанат" опереттаһы
Сыҡҡан йылы:1984

Ил: СССР
Оҙайлығы: 139 мин.
Ролдәрҙә: Юрий Веденеев, Светлана Варгузова, Лилиә Амарфий, Владимир Николаев, Николай Коршилов, Валерий Батейко, Валерий Барынин, Дмитрий Твердохлёбов, Вячеслав Богачёв.
Режиссёр: Георгий Ансимов.
12+
Тәүге тапҡыр "Ярғанат"ты бик һалҡын ҡабул итәләр. Оло уңыш уға ни бары, премьеранан һуң егерме йыл үткәс кенә килә. Мәскәү оперетта театрында әҫәр бер юғала, бер күрһәтелә. Баш ҡала сәхнәһенә ул 1933 йылда "осоп килә", һуңынан 1962 йылда, 1972 йылда. Өсөнсө версияны билдәле баш ҡала режиссёры Георгий Ансимов ҡуя. Спектаклде әле лә Мәскәү дәүләт академия оперетта театрында күрергә була. Һеҙҙең иғтибарға опереттаның видеояҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. Күсеү өсөн һылтанма:  https://www.culture.ru/movies/1504/letuchaya-mysh

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.