"Заман батыры"

"Герой своего времени"
27 июль махсус китапханала М.Ю. Лермонтовтың иҫтәлегенә арналған "Заман батыры" лекцияһы үтте. 
Лекция барышында китапхана ҡулланыусылары рус яҙыусыһының биографияһы, әҫәрҙәренең геройҙары менән танышты.

М. Ю. Лермонтовтың ғүмере бик ҡыҫҡа була. Әммә әҫәрҙәре рус әҙәбиәте шедеврҙарына инә. 
Буласаҡ шағир 1814 йылда Мәскәүҙә тыуа. Өс йәшендә әсәһе үлеп ҡала. Малай Тарханға өләсәһе Елизавета Алексей ҡыҙына ҡайта. Өләсәһе уға француз гувернерын яллай. Шуға күрә лә Михаил немец һәм француз телен бик яҡшы белә. Байронды һәм Шиллерҙы уҡый. 
Лермонтов бала сағында йыш ауырый, шуға ла өләсәһе уны Кавказға дауаланырға алып китә. Кавказ шағирҙың яратҡан урынына әүерелә.
Лермонтов 14 йәшендә пансионда белем ала башлай, аҙаҡ Мәскәү университетында, һуңынан офицерҙар мәктәбендә уҡый.
"Шағирҙың үлеменә" шиғыры уға киң танылыу алып килә. Әммә уны революциоға саҡырыуҙа ғәйепләп, Кавказға оҙаталар. Бында уның "Маскарад", "Мцыри" әҫәрҙәре тыуа.
1841 йылда ул тағы ла Кавказға һөргөнгә ебәрелә. Тик юлда иптәше Н. Мартынов менән уның араһында бәхәс ҡуба. 27 йәшлек шағир дуэльға саҡырыла һәм... һәләк була. 
Китапханасылар яҙыусының "Бородино", "Шағир үлеме", "Парус", "Фәҡир", "Пәйғәмбәр", "Шағир" әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡынылар. 
Лекция "БРСБС-КЛИК" чатында онлайн режимда үтте.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.