Халыҡ-ара оҙатыусы эттәр көнө айҡанлы махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 10-сы Балалар китапханаһы һәм “Аҡтырнаҡ” оҙатыусы-эттәр хужалары клубы ағзалары изгелек дәресе үткәрҙе. Дәрестә 2-се һәм 10-сы урта дөйөм белем биреү мәктәптәренең 2-се һәм 4-се класс уҡыусылары ҡатнашты.
Гүзәл Хәсәнова һәм Анна Александрова ярҙамсылары тураһында һөйләнеләр һәм эттәрҙең ғәҙәттән тыш һөнәрҙәрен күрһәттеләр.
Татьяна Сергеева һәм Марина Ерастоваға Изгелек дәресен үткәрергә ярҙам иткән 10-сә Стәрлетамаҡ балалар китапханаһына оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.