Григорий Загвоздкиндың “Тәбиғәт рәссам күҙлегенән”

Григорий Загвоздкиндың “Тәбиғәт рәссам күҙлегенән”
Григорий Загвоздкиндың “Тәбиғәт рәссам күҙлегенән”
Григорий Загвоздкиндың “Тәбиғәт рәссам күҙлегенән”
Григорий Загвоздкиндың “Тәбиғәт рәссам күҙлегенән”
Григорий Загвоздкиндың “Тәбиғәт рәссам күҙлегенән”
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында Өфө ҡалаһы рәссамы Григорий Загвоздкиндың “Тәбиғәт рәссам күҙлегенән” исемле эштәр күргәҙмәһе дауам итә.
Григорий Загвоздкин Силәбе өлкәһендә тыуған, оҙаҡ йылдар Өфө ҡалаһында йәшәй. Башҡорт дәүләт педагогия университетының һынлы сәнғәт факультетын тамамлай, әлеге ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты кафедраһы доценты.
Тыуған илдең, Башҡортостандың тәбиғәтен һүрәтләү рәссамдың яратҡан жанры. Улар рәссамдың киндергә төшөрөлгән рәсемдәрендә сағыла. Ул Урал һәм Башҡортостан, тыуған Силәбе өлкәһенең Сим, Минйәр ҡалалары буйлап бик күп йөрөй. Пленар сәфәрҙәре менән бәйле булған Башҡортостандың гүзәл Ҡариҙел, Бөрйән ерҙәре лә Григорий Александр улының картиналарының төп нигеҙен билдәләй.
1982 йылдан алып ул төркөм, республика һәм бөтә Рәсәй күргәҙмәләр ҡатнашыусыһы.
Рәссам студенттарынан буш ваҡытында һәр ваҡыт яҙа, уның 5000-дән ашыу эше бар. Ижад юлына бүленгән ваҡыт кеүек, белем биреү, уҡытыу ҙа Григорий Александр улы ғүмеренең төп өлөшөн билдәләй. Загвоздкин дәрестәрен алған шәхестәр араһында бик күп рәссамдар тәрбиәләнгән. Әле булһа ла улар үҙҙәренең уҡытыусыһын йылы һүҙҙәр менән иҫкә алалар.
Рәсәй сәнғәт белгесе, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт дәүләт педагогия университетының һынлы сәнғәт факультеты доценты, күп китаптар авторы Эвелина Фенина Григорий Александр улы тураһында: “Ул иҫ киткес, ихлас кеше. Уның кемгәлер асыуланғанын, йә тауыш күтәргәнен хәтерләмәйем. Беҙҙең заман өсөн асыҡ кеше, тәртибендә һәм характерында бер ниндәй билдәһеҙлектең булмауы, уның ҡыҙыҡһыныуҙарының сер булмауы һирәк күренеш. Ошо сәнғәтенең “шәхси билдәһе” Григорий Александр улы Загвоздкинды башҡаларҙан айыра ла инде”.
Күргәҙмә февраль уртаһына тиклем дауам итәсәк. Картиналар менән һуҡырҙар өсөн махсус китапхананың 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем эш көндәрендә танышырға мөмкин. Китапхана адресы: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47. “Витамин заводы” туҡталышы.
Рәссам һәр бер эшен тасуирлаған картиналар күргәҙмәһенә виртуаль күҙәтеү әҙерләгән. Виртуаль күргәҙмә менән танышырға була.
 
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.