Библиотөн-2023 

27 май "Библиотөн-2023" Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә махсус китапхана саралар серияһын тәҡдим итә. Сара "Китап-байрам" халыҡ-ара китап йәрминкәһенең асыҡ майҙанында барасаҡ. 
Брайль шрифын өйрәнеү буйынса мастер-класта китапханасылар бөтә донъяға билдәле һуҡырҙар өсөн нөктәле шрифт менән таныштырасаҡ. 
Шулай уҡ, майҙанда ҡунаҡтар ҡабарынҡы-график рәсемдәрҙең яһалыу процессын ҡарай ала. 
Иң кескәй уҡыусылар өсөн әҙәбиәт менән тактиль китаптар яһау буйынса мастер-класта танышырға мөмкин. Китапханасылар ҡунаҡтарға йомшаҡ китаптарға ҡарата талаптар тураһында һөйләйәсәк. 
"Китап-байрам" йәрминкәһе сиктәрендә, айырым майҙанда, "Бергәләп уҡыйбыҙ. Балалар өсөн тактиль китаптар" республика конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы буласаҡ. Тантана Бәйләнештә социаль селтәрендә трансляция алып барасаҡ. 
Библиотөн ҡунаҡтарын китап күргәҙмәһе, һирәк баҫмалар, архивтарҙан торған ҡулъяҙмалар күргәҙмәһенә экскурсия, билдәле Рәсәй яҙыусылары, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар көтә.

 

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.