"Башҡорт еренең күп тауышы" республика тифлофестивале

24 октябрь һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Башҡорт еренең күп тауышы" республика тифлофестивале үтәсәк.
Фестиваль китапхананың республика статусын алыуға 70 йыл тулыуға бағышлана. Тифлофестивалдә махсус китапхананың талантлы һәм әүҙем китап уҡыусылары ҡатнаша. Республикабыҙҙың район һәм ҡалаларынан килгән һәүәҫкәр йырсылар, шиғыр уҡыусылар, ижади коллективтар рус, башҡорт һәм беҙҙә йәшәгән башҡа төр милләт телдәрендә шиғырҙар, йырҙар башҡарасаҡ.
Ҡунаҡтар иғтибарына кескәйҙәр өсөн сығарылған тактиль һәм ҡулдан башҡарылған китаптар күргәҙмәһе, әүҙем уҡыусыларбыҙҙың махсус китапханала ҡабарынҡы-нөктәле Брайль шрифты менән баҫтырылған ижади эштәре тәҡдим ителәсәк.
"Балаганчик" китап театрының һәүәҫкәр артистары М. Кәримдең "Ай тотолған төндө" трагедияһынан өҙөк ҡуясаҡ.
Троян һуғышынан башлап, донъя тарихына бөйөк һуҡыр шәхестәрҙең исеме ныҡлы инеп ултырған. Шуларҙың береһе Гомер - иҫ киткес философ һәм мәғрифәтсе. Бала саҡта күҙ нурҙарын юғалтҡан 20 йәшлек егет Луи Брайль, әлеге көндә лә донъя кимәлендә ҡулланылған ҡабарынҡы-нөктәле шрифт уйлап сығара. Джозеф Пулитцер - талантлы һәм хаҡлыҡ өсөн көрәшеүсе журналист исемендәге премия бар. Ә инде Италия йырсыһы Андреа Бочеллины бөтә донъя белә һәм сикһеҙ ярата. Бала саҡта күреүҙән яҙа, әммә был уға университеттың юридик факультетын тамамларға, Рим Папаһына йырларға, Лучано Паваротти менән эшләргә, донъяла исем яуларға ҡамасауламай. Хелен Келлер һуҡыр ғына түгел, һаңғырау ҙа. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, талантлы яҙыусы, йәмғиәт эшмәкәре, уҡытыусы. Ул донъя буйлап сәйәхәт итә, бер-нисә докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Уның сығыштары меңләгән кешене илһамландыра.
Махсус китапханаларҙың практик эштәрендә ҡулланылған йәмғиәти-мәҙәни реабилитация һуҡырҙарҙың ижади һәләттәрен бөтә яҡтан да үҫтереүгә, мәҙәни һәм белем кимәлдәрен күтәреүгә ярҙам итә. Ял ваҡытын ойоштора.
Бөтә теләүселәрҙе "Башҡорт еренең күп тауышы" республика тифлофестиваленә саҡырабыҙ. Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Киров урамы,47,"Витамин заводы" туҡталышы. Башлана: 14:00.
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.