1-се июнь–Халыҡ-ара балаларҙы һаҡлау көнө.

1 июня Международный день защиты детей
1 июня Международный день защиты детей
1 июня Международный день защиты детей
1 июня Международный день защиты детей
1 июня Международный день защиты детей
1 июня Международный день защиты детей
День защиты детей в Белебеевском филиале БРСБС
День защиты детей в Белебеевском филиале БРСБС
День защиты детей в Белебеевском филиале БРСБС
День защиты детей в Белебеевском филиале БРСБС
День защиты детей в Белебеевском филиале БРСБС
1-се июнь–Халыҡ-ара балаларҙы һаҡлау көнө. Республиканың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында “Баласаҡтың иң яратып уҡылған әкиәттәре” тигән байрам уҙғарылды. Байрамды ойоштороусы Динә Конушкина Өфө ҡалаһының 126 мәктәп уҡыусыларын китапхананың эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, күреү һәләттәре насар булған йәки тома һуҡыр балалар өсөн эшләнгән тактиль китаптар күргәҙмәһенә лә туҡталды. Ҡунаҡтар шулай уҡ әкиәттәр буйлап сәйәхәткә сыҡтылар, викторинала ҡатнашып Башҡортостан киностудияһы төшөргән тифлоаңлатмалы “Һунарсы улы” тигән фильм ҡаранылар.
Яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина балаларға үҙенең шиғырҙарын уҡыны, һорауҙарға яуап бирҙе.
Байрам сараһына ҡунаҡҡа “Буратино мажаралары” фильмынан ата бесәй Базилио һәм Төлкө лә килгәйне. Был геройҙар балалар менән бергә уйнанылар ҙа, бейене,йырланылар ҙа. Уларҙың ролен китапхананың методик бүлеге мөдире Альбина Бабенко менән Аня Степанова бик оҫта башҡарҙылар.
Китапхананың һуҡырҙарөсөн Бәләбәй филиалында ла ҡаланың тарихи музейы менән берлектә 37 һанлы “Ягодка” башланғыс мәктәп- балалар баҡсаһында ла Балаларҙы һаҡлау көнөнә арнап музейға экскурсия ойошторҙолар. Музей етәксеһе Найлә Хәсәнова тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә экспозициялар менән таныштырҙы, ҡыҙыҡлы итеп башҡорт халҡының мәҙәниәте хаҡында һөйләне, затлы экспонаттарҙы күрһәтте.
 
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.