Новости

22.03.2019
В специальной библиотеке прошел научно-практический семинар.
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында ғилми-практик семинар үтте. Тәүге сәләмләү һүҙен Башҡортостан Республика мәҙәниәт министры Рәнис Алтынбаев алды. Семинарҙа ҡатнашыусыларға ул уңышлы хеҙмәт теләне һәм семинар темаһының актуаллеген билдәләне.
Махсус китапхана директоры, педагогия фәндәре кандидаты Айгөл Әминева “Башҡортостан республикаһында Рәсәй халыҡтарының милли-мәҙәни ҡаҙаныштарын популярлаштырыуҙа мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн яраҡлаштырылған әҙәбиәт” доклады менән сығыш яһаны. Ул үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
 
18.03.2019
Республиканский семинар
РБ Мәҙәниәт министрлығы, һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһы 2019 йылдың 21 мартында “Халыҡтар дуҫлығы – әҙәбиәт дуҫлығы: мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн яраҡлаштырылған милләт-ара әҙәбиәт” республика семинарын үткәрә.
17.03.2019
Участие в I Республиканском фестивале театра детской книги «Таганок».

Өфөлә, Халыҡ-ара театр көнө айҡанлы, 39-сы китапхана базаһында “Таганок” балалар китап театры I Республика фестивале үтте. Сараны “Өфө балалар китапханалары үҙәкләштерелгән системаһы” һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ойошторҙо. Сара театр көнөнә, М. Кәримдең тыуыуына һәм Башҡортостан республикаһына 100 йыл тулыуға арналды.

 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.