Үҙенсәлекле экскурсанттар өсөн Милли музей

 
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы ҡулланыусылары өсөн Милли музейға экскурсия ойошторолдо. Сара Халыҡ-ара музей көнөнә бағышланды. 
Ҡатнашыусылар этнографик экспозицияларҙа республикабыҙ халҡы тарихы һәм мәҙәниәте, Башҡортостан сәнәғәте үҫеше менән танышты.
"Башҡортостандың Йәшмә бүлмәһендә" таштарға күҙ һалдылар. 
Ҡайһы бер экспонаттар менән тактиль рәүештә лә танышырға мөмкинлек булды.
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.