Ураҙа байрамын

Ураҙа байрамын
Рамаҙан– ул 12 айҙың солтаны, тиҙәр. Был изге айҙа Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръән Кәримде индергән. Ураҙа ғибәҙәте – ул Аллаһ Тәғәләнең бер ай дауамы Рамаҙан мәҙрәсәһе. “Рамаҙан айында иһә әҙәм балалары күңелендә миһырбанлыҡ көсәйә, бере-береһенең күңелен аңлай башлай. Етемдәрҙе хәстәрләү, мохтаждарға ярҙам итергә апшҡыныу, фытыр саҙаҡаһы, зәҡәт биреү, күңел йылыһы өләшеү, йылмайыу, татыулыҡҡа, берҙәмлеккә ынтылыу–быларҙың барыһының да нигеҙендә рамаҙандың изге хикмәттәре ята,– ти Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин. Хәҙер инде изге Рамаҙан айының иң күркәм көндәренең береһе– Ураҙа байрамы етте.
Байрам көндәрендә ҡыуаныстарың менән бүлешеү, туғандарың, дуҫтарың, таныштарың менән бүләк өләшеү ғәҙәте, мохтажлыҡ кисергән туғандарыңа ярҙам ҡулы һуҙыу, ярлыларға, мөмкинселектәре сикләнгән ғәриптәргә  матди ярҙам күрһәтеү һәр мосолманға хастыр ҙа, тейештер ҙә,моғайын.
Ошо Ураҙа байрамын күркәм итеп үткәрергә яҙһын һәммәбеҙгә лә. Илдәребеҙ тыныс, ғаиләләребеҙ имен, уйҙарыбыҙ яҡты, йөрөгән юлдарыбыҙ хәйерле булһын, иншаллаһ!
 
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.