Бөгөн махсус китапханала "Тере һүҙ-2024" художество һәм автор уҡыуы Республика конкурсы үтте. Конкурс Өфө ҡалаһының барлыҡҡа килеүенә 450 йыл һәм Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаһы Бөтә Рәсәй һуҡырҙар ойошмаһына 100 йыл тулыуға бағышланды. Конкурс онлайн режимда үтте. Сарала республиканың урындағы ойошмаларынан 40 тирәһе шиғыр уҡыусы ҡатнашты. Улар башҡарыуында Рәсәй шағирҙарының шиғырҙары рус, башҡорт, татар телдәрендә яңғыраны. Авторитет жюри һөҙөмтәләр яһаясаҡ һәм еңеүселәрҙе билдәләйәсәк.
Настройки шрифта:
Выберите шрифт Arial Times New Roman
Интервал между буквами (Кернинг): Стандартный Средний Большой