Махсус китапхана абонементы "Бианки - тәбиғәт белгесе" китап күргәҙмәһен аса. Экспозиция Виталий Валентин улы Бианкиның тыуыуына 130 йыл тулыуға бағышлана.
Виталий Бианки 1894 йылдың 11 февралендә Санкт петербург ҡалаһында билдәле рус ғалимы, биолог Валентин Бианки ғаиләһендә тыуған. Бала сағы атаһы янында Зоология музейында үтә. Үҫмер сағында футбол менән шөғөлләнә. Тәүҙә Филология гимназияһында, аҙаҡ Столбцов шәхси гимназияла белем ала. 1916 йылда Артиллерия училищеһына йүнәлтелә. 1917 йылда эсерҙар партияһына инә. Ҙур повестары: "Одинец", "Аскыр", "Сысҡан Пик" һ. б.