Ленинград блокадаһының тамамланыуы
27 ғинуар – Рәсәйҙең хәрби дан көнө. 75 йыл элек был көндө Ленинград блокадаһы тамамлана. Ошо дата айҡанлы махсус китапханала “Блокадалы
Ленинград биттәре буйлап” патриотик сәғәт уҙҙы. Китап уҡыусыларға хронологик ваҡиғалар, һуғыш мәлендәге тарихи факттар, совет һалдатының
ҡаһарманлығы тураһында һөйләнеләр. “Ленинград блокадаһы” тифлокомментарийлы фильм ҡаранылар.