"Үҙенсәлекле ҡараш" порталы коллегалары Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһына Марта Любимованың "Бөтәһе лә бешерә ала" рецептар китабын бүләк итте.
Был әсбапта күрмәгән балаларҙы һәм ололарҙы аҙыҡ әҙерләү буйынса уҡытыу рекомендациялары тәҡдим ителә.
Китап тәү сиратта һуҡыр балаларҙың ата-әсәләре һәм тифлопедагогтар өсөн тәғәйенләнгән.
Техник эшкәртеүҙәрҙән һуң, әсбап китапхана фондына һәм филиалдарға таратыласаҡ.