Филиалдарҙан яңылыҡтар. Стәрлетамаҡ.

Әсәйҙәр көнө айҡанлы махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалында “Үҙ ҡулдарыбыҙ менән әсәйҙәргә бүләк” мастер-класы үтте. Сара барышында балалар үҙ ҡулдары менән открыткалар яһаны.
Китапханасы Ләйсән Ғатина урындағы Бөтә Рәсәй һуҡырҙар ойошмаһы уҙғарған “Әсә – иң ҡәҙерле һүҙ” әҙәби-музыкаль кисәлә ҡатнашты. Ул илһамланып “Нисек Хоҙай әсәне яралтҡан” хикәйәтен уҡыны.
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.