Яҙыусы Әнүәр Бикчәнтәевтың тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы, махсус китапхана, уның әҫәрҙәренән торған, ”Китаптарында дәүер сағыла” исемле китап күргәҙмәһен аса. Әнүәр Бикчәнтәев 1913 йылдың 4 октябрендә Өфө ҡалаһында донъяға килгән. 1928-1931 йылдарҙа Ырымбур педагогик техникумында белем ала. Һуңынан татар мәктәбендә завуч булып эшләй. Әнүәрҙең ата-әсәһе Туҡай, Ғафури ижады менән ныҡ ҡыҙыҡһына, был, әлбиттә, йоғонто яһамай ҡалмай. Тиҙҙән, буласаҡ яҙыусы Өфөгә ҡайта һәм “Комунна” гәзитенә эшкә урынлаша.
Настройки шрифта:
Выберите шрифт Arial Times New Roman
Интервал между буквами (Кернинг): Стандартный Средний Большой