"Библиотөн - 2021"

Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы "Библиотөн - 2021" Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә "Өфө библиоэңерҙәре" онлайн программаһын тәҡдим итә. Быйыл акция "Китап - йондоҙҙарға юл!" девизы аҫтында үтәсәк. 

Төп майҙандар: китапхана сайты һәм социаль селтәрҙәр. 
Ҡатнашыусыларҙы китапхана директоры Айгөл Әминева сәләмләйәсәк.  Ул төп китапханала һәм уның филиалдарында онлайн режимда үтәсәк саралар тураһында һөйләйәсәк. 
"Легендар осоу: тарихты үҙгәрткән 108 минут" ҡабарынҡы-график әсбаптың видеопрезентацияһында космонавтарҙы һайлап алыу, осоуға техник яҡтан әҙерләнеү тарихы тураһында яҡтыртыла. 
"Уҡыу планетаһы" майҙанында социаль селтәрҙәрҙә китапханасылар "Ерҙең тәүге космонавы" китаптар видеопрезентацияһын тәҡдим итә. Ошонда уҡ ҡунаҡтар "Йондоҙҙарға юл" фотоальбомын ҡарай ала. 
Космик викторина "КЛИК" WhatsApp мессенджерында ҡулланыусылар төркөмөндә үтәсәк. Ә "Ғаләм һәм йыһан" темаһына арналған шиғырҙар конкурсы социаль селтәрҙәрҙә #БРСБС #Библионочь #Поехали хештегтары аҫтында барасаҡ. 
Instagram социаль селтәрендә ҡатнашыусыларҙы "Кеше йыһанды аса" атамалы тест һорауҙары көтә. 
Бөтә социаль селтәрҙәрҙә лә "Ғаләм Колумбы" онлайн-викторинаһы үтәсәк. Бында ҡунаҡтар Юрий Гагариндың тормошонан үҙенсәлекле мәлдәр менән таныша ала һәм викторина һорауҙарына яуап бирәсәк. 
"Йыһан һәм космонавтар тураһында уҡыйбыҙ" электрон аудиокитаптар видео күҙәтеүҙәрҙә библиограф ҡулланыусыларҙы махсус китапхана фондында һаҡланған "һөйләй торған" китаптар менән таныштырасаҡ. 
Акцияның иң кескәй ҡатнашыусыларына "Белмәҫйән менән йыһанға оло сәйәхәт" онлайн викторина тәҡдим ителә. 
"Космик осрашыу" майҙанында  башҡорт драматургы, прозаик һәм шағир Наил Ғәйетбаев менән осрашыу көтөлә. 
"Үҙ йондоҙоңдо яндыр" видео флешмобы һәр ҡатнашыусыға дуҫ табышырға, космик фантастик китаптар донъяһы менән танышырға ярҙам итер. 
Ысынбарлыҡ режимында ҡунаҡтарҙы һүрәттәр, фото, шиғырҙар һәм видео конкурсы көтә. 
Стәрлетамаҡ филиалында "Ер - Йыһан. 60 йыл оҙонлоғондағы юл" китап күргәҙмәһен күрергә була. Шулай уҡ, ҡатнашыусылар бында "Минең ғаләм" фотозонаһы менән ҡуллана, "Ер тартыуына ҡарамаҫтан" шиғырҙар донъяһына сума алалар.
Бәләбәйҙә ҡатнашыусылар өсөн "Йыһанға тәүге осош" экскурсияһы әҙерләнгән. Ә балаларҙы һүрәттәр конкурсы көтә. "Космик йәйғор" видео-коллажы социаль селтәрҙәрҙә филиалда акцияның барышын еткереп торасаҡ. 
Белорет филиалында "Китап - үҙ йондоҙоңа юл" әҙәби кисә үтәсәк. Уҡыусылар уҡыған китаптары тураһында иҫтәлектәр менән бүлешәсәк һәм яңы ғилми-фантастик әҙәбиәт менән танышасаҡ. 
Акция аҙағында ҡатнашыусыларға YouTube видеохостингыһында "Беренселәр ваҡыты" тифлокомментарийлы фильм тәҡдим ителәсәк.

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.