Новости

21.02.2019

Илде йөрәге менән һаҡланы

«Он Родину сердцем своим защитил»
Махсус китапхана абонементы Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы китап күргәҙмәһен асты.
Александр 1924 йылдың 5 февралендә Екатеринослав ҡалаһында тыуған. Бик иртә ата-әсәһен юғалта. 5 йәшенән алып Иваново
балалар йортонда тәрбиәләнә.
 
21.02.2019

Халыҡ-ара туған тел көнөндәНет аудио-заголовка...

Презентация проекта
Бөгөн, 21 февраль, донъя Халыҡ-ара туған тел көнөн билдәләй. Байрам 1999 йылда ЮНЕСКО тарафынан ҡабул ителә. Тап ошо көндә махсус китапханала электрон уҡыу баҫмаһының презентацияһы үтте.
19.02.2019

«BashDic» - «Китап» нәшриәтенең электрон уҡыу баҫмаһы

 «BashDic» - электронное учебное издание от Китап
З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, Башҡортостан Республикаһы башлығы грантын тормошҡа ашырыу рамкаһында, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм инвалидтар өсөн «BashDic» электрон уҡыу баҫмаһын тәҡдим итә.
18.02.2019

Дайджест новостей

Дайджест новостей
17 февраль махсус китапханала кескәй китап уҡыусыларыбыҙ өсөн “Уҡыйбыҙ, өйрәнәбеҙ, уйнайбыҙ” тифлосәғәте ойошторолдо. Сара барышында балалар Иван Крыловтың мәҫәлдәрен, Агния Бартоның шиғырҙарын тыңланылар. Шулай уҡ, пластилиндан мәҫәл геройҙарын әүәләнеләр. Тактиль китаптар ярҙамында төрлө әкиәттәр менән таныштылар.
 
15.02.2019

Виталий Бианки әҫәрҙәре буйынса онлайн викторина.

Онлайн викторина по произведениям Виталия Бианки
15 февраль, яҙыусы Виталий Бианкиның тыуыуына 105 йыл тулыу  айҡанлы, 28-се коррекцион мәктәп-интернаты һәм Бәләбәй коррекцион мәктәбе уҡыусылары өсөн Skype программаһы аша “Урман һуҡмаҡтары буйлап” онлайн викторинаһы ойошторолдо.

 
14.02.2019

Халыҡ-ара китаптар бирешеү көнөнә

К Международному дню дарения книг
2012 йылдан башлап, һәр йыл 14 февраль – китап бирешеү көнө тип иҫәпләнә. Китап бирешеү көнө АҠШтағы балалар өсөн китаптар сайтын төҙөүсе Эмми Бродмур тарафынан уйлап сығарылған көн. Эмми – өс бала әсәһе. Бер көн улы уға ниңә китап бирешеү көнө юҡ икән тигән һорау бирә. Шунан алып, Эмми бар булған бәйләнештәрен күтәреп, 14 февраль – китап бирешеү көнө тип билдәләүгә өлгәшә.
13.02.2019

Книжная выставка «Великий русский баснописец», посвященная 250-летию со дня рождения И.А. Крылова

Книжная выставка «Великий русский баснописец», посвященная 250-летию со дня рождения И.А. Крылова
И. А. Крыловтың тыуыуына 250 йыл тулыуға арналған “Бөйөк рус мәҫәл яҙыусыһы” китап күргәҙмәһе. 13 фвераль, И. А. Крыловтың тыуған көнөндә, бөтә Рәсәйҙә #МойКрылов акцияһы үтә. Иван Крылов 1769 йылда Мәскәүҙә донъяға килә.
Пугачев яуҙарынан һуң, ғаиләһе менән Тверь ҡалаһына күсеп киләләр. 1784 йылда тәүге тапҡыр ҡәләмен һынап ҡарай. Ул ваҡытта Иван “Кофейница”
опера либреттоһын яҙа. Артабан “Клеопатра”,
“Филомела” трагедиялары ижад ителә. 1787-1788 йылдарҙа “Проказник” комедияһын яҙа. Был әҫәрендә ул билдәле драматург Яков Княжиндан
әсе көлә. Артабан сатирик таланты үҫә бара. Шуның араһында “Тамашасы” журналы “Мәскәү журналы”ның иң көслө оппонентына әйләнә. Махсус китапхана абонементы И. А. Крыловтың тыуыуына 250 йыл тулыуға арналған “Бөйөк рус мәҫәл яҙыусыһы” китап күргәҙмәһен ойошторҙо. Унда китапхана фондында булған махсус форматтарҙағы китаптар тәҡдим ителә:
#МойКрылов #МойКрылов
Виртуальная книжная выставка «Сияй всегда, Башкортостан!».
Хөрмәтле китап уҡыусылар! Йөҙ йыл элек, 1919 йылдың 23 мартында, тәүге тапҡыр автономиялы республикабыҙ барлыҡҡа килә.
Бөгөнгө көндә Башҡортостан Республикаһы - Рәсәй Федерацияһы составындағы сәскә атыусы дәүләт. Республиканың төҙөүселектә, мәғариф өлкәһендә, ауыл хужалығында, мәҙәниәттә алған алдынғылыҡтары менән киң билдәле.
 
12.02.2019

Камал театрының “Килмешәк” спектакле менән Өфөлә үткән гастролдәре тифлокомментарийҙар менән оҙатылып барасаҡ.

Спектакль «Пришлый» театра Камала во время гастролей в Уфе будет сопровождаться тифлокомментированием
Спектакль барышында күреү һәләтенән яҙғандар, һау кешеләр менән бер рәттән спектаклде ҡарай аласаҡ. Ни өсөн тигәндә, “Килмешәк” спектакле татар телендә тифлокомментарийҙар менәноҙатылып барасаҡ.
11.02.2019

Филиалдарҙан яңылыҡтарНет аудио-заголовка...

Вести из филиалов. Белебей
Махсус китапхананың Бәләбәй филиалында, шағир, публицист, йәмәғәт эшмәкәре Муса Сиражиҙың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы, ВОС менән берлектә сара үткәрҙе.
 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.