М.Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Һүҙ сихырсыһы" әҙәби сәғәте үтте. Сара рус яҙыусыһы, чиновник, әҙәби һәм театраль тәнҡитсе, мемуарсы, балыҡсылыҡ һәм һунарсылыҡ тураһындағы китаптар авторы Сергей Аксаковтың тыуыуына 230 йыл тулыуға арналды.
"Нур" балалар үҙәге китапханасыһы яҙыусының тормош һәм ижад юлы менән таныштырҙы, "Багров ейәненең бала сағы", "Ғаилә хроникаһы", "Ал сәскә" әҫәрҙәренә күҙәтеү яһаны. Әҙәби сәғәт блиц-викторина менән тамамланды.
Видеотрансляция
https://ok.ru/live/3449114074966