14 ноябрь 28-се коррекцион мәктәп-интернатында үткәрелгән “Һайлау һәр ваҡыт бар” конкурсының һуңғы этабы тамамланды.
Конкурста махсус китапхананың 18 йәшкә тиклемге ҡулланыусылары ҡатнашты.
Конкурста ойоштороусыларҙан Марина Долматова һәм Ләйсән Ғарипова, Рәшит Лоҡманов, Гүзәл Яҡупова һәм Лариса Абдуллина булды.
Конкурс бик ҡыҙыҡлы үтте. Ҡатнашыусылар һайлау хоҡуғы буйынса төрлө һорауҙарға яуап бирҙеләр. Был турҙың еңеүселәре тип түбәндәгеләр табылды:
1-се урын – Исмәғилев Илмир;
2-се урын – Елизарьев Владимир;
3-сө урын – Ғарипов Илнур.
Ойоштороусылар, шулай уҡ, әүҙем ҡатнашыусыларҙы ла билдәләп үтте. Улар - Азат Закиров, Камила Рәхимова, Елизавета Гордиенко, Алһыу Насырова, Рияз Абдураимов, Арсений Холмов, Фаил Тимербулатов.