Виталий Бианки әҫәрҙәре буйынса онлайн викторина.
15 февраль, яҙыусы Виталий Бианкиның тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы, 28-се коррекцион мәктәп-интернаты һәм Бәләбәй коррекцион мәктәбе уҡыусылары өсөн Skype программаһы аша “Урман һуҡмаҡтары буйлап” онлайн викторинаһы ойошторолдо.
Сара башында балалар командаларын һәм девиздарын тәҡдим иттеләр. Аҙаҡ Өфө һәм Бәләбәй китапханасылары яҙыусының тормош һәм ижад юлы тураһында һөйләнеләр.
Онлайн-викторина 5 этапта үтте. Балалар өҙөктәрҙән әҫәр исемдәрен эҙләнеләр, ҡош һәм йәнлек тауыштарын айырҙылар, йомаҡтар систеләр. Һөҙөмтәлә дуҫлыҡ еңеп сыҡты.