Конкурс К. Д. Ушинскийҙың тыуыуына 200 йыл тулыуға арнала. Инвалид балаларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын китап уҡыуға ылыҡтырыу маҡсатынан сығып ойошторола. Конкурс 1 июндән 15 ноябрға тиклем бара. Ойоштороусылары: М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы, муниципаль китапханалар, ижади берекмәләр һәм ойошмалар, Башҡортостан республика мәҙәниәт министрлығы.
Конкурста мәктәп йәшенә тиклемге, 7 йәштән алып 18 йәшкә тиклемге инвалид балалар, инвалид балалары булған ғаилә ағзалары ҡатнаша ала. Конкурсҡа индивидуаль һәм коллектив эштәр ҡабул ителә.
Өс номинация буласаҡ:
1."Константин Ушинский әкиәттәренең тылсымлы аҡылы": инша, эссе, хикәйә яҙыу.
2. "Константин Ушинскийҙың бала саҡ донъяһы": буктрейлерҙар, презентациялар әҙерләү.
3. "Китап хазиналары": тактиль китаптар тәҡдим итеү.
Тулыраҡ мәғлүмәт Конкурстар бүлегендә.