Новости

27.10.2020
Ивану Бунину посвящается
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре И. А. Буниндың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған әҙәби ҡумта үткәрҙе. 
Иван Бунин рус яҙыусылары араһында тәүгеләрҙән булып Нобелев премияһына лайыҡ була. Ул бөтә донъяға билдәле классик. 
Рус яҙыусыһының тормош һәм ижад юлына бағышланған китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Сарала шиғырҙары яңғыраны, китапханасылар уның әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыны.
26.10.2020
Издана книга рассказов Рашита Султангареева
Махсус китапхананың тифлобаҫма бүлегендә Рәшит Солтангәрәевтың "Ҡояш әйләнеп ҡайтты" балалар өсөн хикәйәләр китабы донъя күрҙе. 
Китап рус һәм башҡорт телдәрендә ҡабарынҡы-нөктәле Брайль шрифты менән баҫылды. 
Техник эшкәртеүҙәрҙән һуң китап абонементҡа һәм филиалдарға тапшырыласаҡ.
25.10.2020
Документальный фильм "Неспетая песня Анны Герман"
Анна Герман - рус телендә йырлаған  Польша йырсыһы. Документаль таҫма уның трагик яҙмышы, тыңлаусыларҙың уға ҡарата оло һөйөүе тураһында һөйләй.
Күсеү өсөн һылтанма:

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.