Николай Носов әҫәрҙәре буйынса әҙәби сәғәт
Махсус китапхананың Бәләбәй филиалында кескәйҙәр өсөн, Н.Носовтың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы “Балалар өсөн бирелгән талант” әҙәби кисәһе үтте.
Балалар яҙыусының тормош һәм ижад юлы, “Тере эшләпә”, “Ҡыярҙар”, “Тылсымлы салбар”, “Мишаның бутҡаһы”, “Баҡсасылар” һ.б. әкиәттәре менән танышты.
Сара барышында викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.