Мәҙәниәт министры ҡотлай

Поздравление министра культуры России
Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский Бөтә Рәсәй китапхана көнө менән ҡотлап, РБ мәҙәниәт министерствоһына телеграмма ебәрә.
Унда түбәндәге һүҙҙәр яҙылған: Бөтә китапхана эшселәрен байрам менән ҡотлайым! Китапханалар илебеҙ тормошонда рухи һәм мәҙәни үҙәк булып тора, һәм шулай буласаҡ та. Бөгөн Рәсәй ауыл-ҡалаларында меңләгән китапханаларҙа профессиональ эшлселәр эшләй.
уларҙың барыһына ла, ысын күңелдән, ижади уңыштар, яңы ҡыҙыҡлы проекттар, һаулыҡ һәм именлек теләйем.
Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министры В. Р. Мединский.
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.