26 июль М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында балалар өсөн "Йырҙар йырларбыҙ, уйындар уйнарбыҙ" инклюзив сәғәт үтте. Сара барышында йәш уҡыусылар өсөн уйынлы-конкурслы программа алып барылды.
Балалар күп милләтле республика территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың ҡыҫҡаса тарихы, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышты. Артабан алған белемдәрен викторина һорауҙарына яуап биргәндә, йомаҡтар сискәндә нығытты. Сара аҙағында хәрәкәтле уйындар уйнанылар.