Конкурс тамам.

15 май махсус китапхана Zoom платформаһында "Батырлыҡҡа йөрәгең менән ҡағыл" ижади конкурсының еңеүселәрен бүләкләне. Конкурс Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналғайны. Конкурстың учредителе Башҡортостан республика мәҙәниәт министрлығы. 
Конкурс 1 марттан алып 15 майға тиклем барҙы һәм бер-нисә этапты үҙ эсенә алды.
Конкурсанттарға онлайн режимда РБ мәҙәниәт министрлығы урынбаҫары Рәнис Алтынбаев сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте.  Шулай уҡ ҡатнашыусыларҙы З. Әлибаев, Ә. Юнысова ҡотланы.
Бына ул еңеүселәр:
"Оноторға быны ярамай..." номинацияһы:
1 урын - Шерышева Юлия, 15 й., Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
2 урын - Ғәйнуллина Рада, 11 й., Учалы ҡалаһы.
3 урын - Ҡыямутдинов Диниәр, 8 й., Нефтекама ҡалаһы.
"Китап кадрҙарҙа: Бөйөк Ватан һуғышы тураһында китаптар" номинацияһы:
1 урын - Сайдуева Йәмилә, 18 й., Калабугина Валерия, 9 й., Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
2 урын - Чахоян Артем, 13 й., Ауырғазы районы.
3 урын - Абдулов Айнур, 13 й., Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
"Һуғыштың изге биттәре" номинацияһы:
1 урын - Минеев Тимур, 8 й., Шаран районы.
2 урын - Мөслимова Камилә, 11 й., Учалы районы.
3 урын - Шәрипова Гөлнур, 16й., Илеш районы.
Дипломдар һәм бүләктәр почта аша ебәреләсәк.
Ҡатнашыусыларҙың эштәре менән беҙҙең сайтта Конкурстар бүлегендә таныша алаһығыҙ.на странице нашего сайта в разделе Конкурсы
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.