Новости

20.04.2024
Уфимские библиосумерки 2024
 
"Өфө библиоэңерҙәре" акцияһында беҙ элекке дуҫтарыбыҙҙы, үҙ эшенең ысын оҫталарын, яҡшы кешеләрҙе осраттыҡ һәм "Аҡтырнаҡ" ярҙамсы эттәр клубының етәксеһе Гүзәл Хәсәноваға бер-нисә һорау бирҙек. 
Бөгөн библиоэңерҙәре ғаилә менән уҡыу темаһына бағышланған. Һәм беҙҙә ҡунаҡта әүҙем уҡыусыларыбыҙ - Аҡтырнаҡ клубы етәксеһе Гүзәл Хәсәнова һәм ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығындағы йәмғиәт советы ағзаһы Руслан Шәйхуллин. 
Улар илһамландырыусы, көс өҫтәүсе, үрнәк биреүсе кешеләр. Гүзәл беҙҙең китапханала Брайль системаһы буйынса яҙыу һәм уҡыу курсын алып бара, ә Руслан идеялар табыусы һәм "Һуҡыр инвалидтарға ситуацион ярҙам күрһәтеү" темаһына мастер-класстар етәксеһе.
19.04.2024
«Бабушкин сундучок» в День национального костюма
 
Махсус китапханала Милли кейем көнөнә арналған "Өләсәйем һандығы" тематик сәғәте үтте. 
Китапханасылар уҡыусылары иғтибарына видео тәҡдим итте. Унда ҡулланыусылар милли кейем предметтары менән танышты. Видеоны социаль селтәрҙәрҙә ҡарарға мөмкин.
19.04.2024
День единых действий
 
2024 йылдың 19 апрелендә РФ территорияһында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында нацистар тарафынан совет халҡына ҡаршы енәйәт ҡорбандары иҫтәлегенә берҙәм эштәр көнө билдәләнә. 
Дата тарихи ваҡиғалар менән бәйле. 1943 йылдың 19 апрелендә "Граждандарҙы, ҡыҙылармеецтарҙы үлтереү һәм ҡазалау енәйәттәрендә ғәйепле немец-фашист дошмандарын һәм Тыуған илгә хыянат итеүселәрҙе тураһында" Үрге Совет президиумы указы сыға. 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.