Новости

09.04.2024
Ураҙа байрамын
Рамаҙан– ул 12 айҙың солтаны, тиҙәр. Был изге айҙа Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръән Кәримде индергән. Ураҙа ғибәҙәте – ул Аллаһ Тәғәләнең бер ай дауамы Рамаҙан мәҙрәсәһе. “Рамаҙан айында иһә әҙәм балалары күңелендә миһырбанлыҡ көсәйә, бере-береһенең күңелен аңлай башлай. Етемдәрҙе хәстәрләү, мохтаждарға ярҙам итергә апшҡыныу, фытыр саҙаҡаһы, зәҡәт биреү, күңел йылыһы өләшеү, йылмайыу, татыулыҡҡа, берҙәмлеккә ынтылыу–быларҙың барыһының да нигеҙендә рамаҙандың изге хикмәттәре ята,– ти Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин. Хәҙер инде изге Рамаҙан айының иң күркәм көндәренең береһе– Ураҙа байрамы етте.
 
04.04.2024
Внимание конкурс!

М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы үҙенең ҡулланыусылары араһында «Иң ижади уҡыусы ғаилә» фотоконкурсын иғлан итә!
Фотоконкурсты үткәреүҙең маҡсаты - ғаиләлә уҡыуҙы дәртләндереү, әҙәбиәткә иғтибар йәлеп итеү һәм китапханаларға ҡыҙыҡһыныуҙы дәртләндереү. Шулай уҡ ғаилә ҡиммәттәрен яҡлау һәм бергә уҡыу менән бәйле онотолмаҫ хәтирәләр булдырыу мөһим аспект булып тора. Мәҫәлән, бөтә ғаилә ағзалары бергә фотосессияға йыйыла ала, унда улар китап донъяһына мауығып сума, тәьҫораттары менән уртаҡлаша йәки әҫәрҙең сюжеты тураһында фекер алыша. Фотография төшөрөүгә ижади ҡараш, шулай уҡ композицияның ижадилығын һәм үҙенсәлеген баһалау мотлаҡ шарт булып тора. 

02.04.2024
Волонтеры в библиотеке
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан  республика махсус китапханаһына "Табип волонтерҙар" Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте волонтерҙары ҙур ярҙам күрһәтә. Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыған волонтерҙар Ирина Миронова һәм Гөлсибәр Ҡансурина @gkanchurina махсус китапхананың тауыш яҙҙырыу студияһында һуҡыр ҡулланыусылар өсөн «Бельские просторы» тыуған яҡты өйрәнеү журналынан нәфис әҫәрҙәр тауышландырҙы.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.