Махсус китапхананың тифлобаҫма бүлеге Рәсәй императоры Петр Беренсенең тыуыуына 350 йыл тулыуға ҡарата ҡабарынҡы график әсбап баҫтырҙы.
Петр Беренсе - рус тарихында иң танылған хакимдарҙың береһе. Ул илебеҙгә төрлө өлкәләрҙә күп яңылыҡтар индергән, реформалар яһаған.
Әсбаптағы мәғлүмәт тарихи-мәҙәни һәм документаль материалдарға таянып бирелде. Әсбап махсус һәм коррекцион мәктәптәрҙә өҫтәлмә әҙәбиәт булараҡ ҡулланыла ала.
Техник эшкәртеүҙәрҙән һуң әсбап китапхана фондына һәм филиалдарға таратыласаҡ.