Новости

09.07.2020

Ғаилә көнөнә

Ко Дню семьи
Махсус китапхананың Бәләбәй филиалында ғаилә көнөнә арналған осрашыу үтте. Осрашыу ҡала ял паркында ойошторолдо. 
Китапханасы Лилиә Ғарипова уҡыусыларға байрам тарихы, кенәз Петр Муромский уның ҡатыны Феврония тураһында һөйләне.
08.07.2020

Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә

К Всероссийскому дню семьи, любви и верности
Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә бағышлап, Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге махсус китапханала онлайн режимда "Атай, әсәй һәм мин - ныҡ татыу ғаилә" девизы аҫтында ғаилә уҡыуҙары үтте. 
Онлайн осрашыу барышында ата-әсәләр балаларына уҡыған китаптар тураһында һөйләнеләр. Балалар каникулды нисек үткәреүҙәре, уйнаған уйындары, яратҡан әҫәрҙәре менән уртаҡлаштылар. Шулай уҡ викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.
06.07.2020

"Бала саҡ иленән яҙыусы" китап күргәҙмәһе.

Книжная выставка "Писатель страны детства".
Махсус китапхана абонементы яҙыусы Лев Кассилдең тыуыуына 115 йыл тулыу айҡанлы китап күргәҙмәһен тәҡдим итә.
Кассиль Лев Абрам улы совет яҙыусыһы, сценарист, АПН Ссср-ҙың корреспондент ағзаһы, Сталин премияһының өсөнсө дәрәжә лауреаты.
1905 йылдың 27 июнендә әлеге Саратов өлкәһе Энгельс ҡалаһында тыуған. Атаһы врач, әсәһе музыка уҡытыусыһы.
Күргәҙмәлә китапхана фондында һаҡланған баҫмалар тәҡдим ителә.

Книги, изданные рельефно-точечным шрифтом Брайля:

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.