Настройки шрифта:
Выберите шрифт Arial Times New Roman
Интервал между буквами (Кернинг): Стандартный Средний Большой
Выберите шрифт Arial Times New Roman
Интервал между буквами (Кернинг): Стандартный Средний Большой
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында Берҙәмлек күргәҙмәһе асыла. Экспозицияла М. Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты художество-график факультеты студенттарының төрлө техника менән башҡарылған курс һәм диплом эштәре тәҡдим ителә.
Эш төрөнөң ниндәйе генә юҡ: рәсем, батик, рельеф, текстиль һәм тире, ҡағыҙҙа башҡарылғандары ла күп. Ҡыҙыҡлы итеп буталған төҫтәр башҡорт колориты мотивтарын сағылдыра. Ҡулланылған техника һәм материалдарҙың төрлө планда бирелеүе, йәш авторҙарҙың оҫта булыуы, донъяға киң ҡарашлы булыуҙары тураһында һөйләй.
Художество-графика факультеты үҙенең тәүге тарих битен 1974 йылда аса. Уның республикала ла, Рәсәйҙә лә авторитеты ҙур.
70-тән ашыу сығарылған студенттары рәссамдар союзының һәм РФ дизайнерҙары союзының ағзаһы булып тора. Шулай уҡ, улар араһында докторҙар, фән кандидаттары, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә эшләгән, танылыу яулаған белгестәр бар. Уларҙың 30-ға яҡыны почетлы исемдәргә лайыҡ, дәүләт һәм йәштәр премиялары лауреаттары, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстарында еңеүселәр.
Буласаҡ рәсем, технология уҡытыусыларын, дизайнерҙарҙы, рәссамдарҙы юғары квалификациялы уҡытыусылар әҙерләй. Шулай уҡ, курстар. Мастер-класстар уҙғарыла. Уҡыу аҙағынан, дәүләт өлгөһө буйынса, дипломдар, сертификаттар бирелә.
Студенттар өлкә, Рәсәй, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнашалар. Иң яҡшы эштәр республиканың һәм Рәсәйҙең күргәҙмә залдарында, галереяларҙа урын ала.