14 декабрь "Башҡортостан" лайфстайл үҙәгендә башҡорт теле һәм Аҡмулла көндәренә арналған башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә арналған сара үтәсәк. Махсус китапхана ла ситтә ҡалмаясаҡ. Республикабыҙ халыҡтары телдәрендә сығарылған аудио-йыйынтыҡтарҙы, ҡабарынҡы график һүрәтле әсбаптарҙы презентациялай.
Ошо уҡ көндө ман китапхананың үҙендә "Әсәм теле миңә - сәсән теле" әҙәби программаһы үтәсәк. Бында ҡунаҡтар Аҡмулла биографияһын иҫкә төшөрәсәктәр, рус һәм башҡорт телдәрендә шиғырҙарын уҡыясаҡтар, йырҙар башҡарасаҡтар.
Ошо уҡ мәлдә филиалдарҙа: Белоретта - иң кескәй китап уҡыусылар өсөн "Башҡорт әкиәттәре" һүрәттәр конкурсы; Стәрлетамаҡта - "Туған телем - минең байлығым" китаптар экспозицияһы ойоштороласаҡ.