Новости

13.03.2025
Литературный вечер-портрет «Я не боялся казаться смешным»
Махсус китапхананың уҡыу залында "Мин көлкөгә ҡалыуҙан ҡурҡманым" әҙәби портрет-кисәһе үтте. Кисә рус сатиригы, сценарист, драматург, телевидение программалары алып барыусыһы Григорий Галиндың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналды. 
12.03.2025
В Уфе 13-14 марта состоится V Международный культурный форум «АРТ-Курултай»
Форум Башҡортостандың баш ҡалаһында 2021 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ярҙамында һәм ҡатнашлығында йыл һайын үткәрелә. Был ваҡыт эсендә "АРТ-Ҡоролтай" илебеҙ мәҙәниәтен үҫтереү трендтарын тикшереү өсөн илдәге иң ҙур майҙансыҡтарҙың береһенә әүерелде.
Мәҙәни форум эшендә мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре, абруйлы ҡунаҡтар: Рәсәй Федерацияһы оборона министрлығының мәҙәниәт Департаменты директоры Артем Горный, Ҙур Мәскәү дәүләт циркының генераль директоры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Эдгард Запашный, «Сириус» урта махсус музыка мәктәбе директоры (Сочи ҡалаһы) Вадим Руденко, «Сталинград һуғышы» музей-ҡурсаулығы директоры (Сталинград ҡалаһы) ҡатнашасаҡ.
07.03.2025
Книжная выставка произведений Ивана Стаднюка
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан  республика махсус китапханаһы абонементы уҡыусылар иғтибарына Иван Стаднюк әҫәрҙәренең «Ваҡиға урыны - фронт»китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. Күргәҙмә совет прозаигы, сценарисы, драматургы һәм хәрби журналистың тыуыуына 105 йыл тулыуға арналды.
1921 йылдың башында Украина Халыҡ Республикаһының Кордышевка ауылында (Хәҙерге Винница районы, Винница өлкәһе, Украина) урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Әсәһе Марина Гордей ҡыҙы, атаһы Фотий Исихий улы Стаднюк.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.