Новости

14.05.2025

Урамдарҙа терроризм ҡурҡынысы янау

Урамдарҙа терроризм ҡурҡынысы янау
Терроризм
Латин теленән тәржемә иткәндә terror– ул ҡурҡыу, ҡот осҡос тигәнде аңлата. Терроризмдың төп маҡсаты –үҙҙәренең ҡорбандарында ғына түгел, башҡаларҙа ла ҡурҡыу тойғоһо уятыу.
Урамдарҙа терроризм ҡурҡынысы янау
Әгәр ҙә урамда атыш башланһа, нимә эшләргә?
 
26.04.2025

Махсус китапханала "Өфө библиоэңерҙәре" үтәсәк

Уфимские библиосумерки завершились
26 апрелдә йыл һайын үткәрелеүсе «Библиотөн»уҡыуға булышлыҡ итеү буйынса бөтә рәсәй акцияһы үтәсәк. Быйыл акцияның темаһы - "Үҙебеҙҙең геройҙар". Акция сиктәрендә махсус китапханала "Өфө библиоэңерҙәре" үтәсәк.
Фойела ҡунаҡтар республика Хәрби дан музейы һәм Башҡортостан Республикаһының милли музейы экспозициялары менән таныша аласаҡ. Улар Башҡортостан геройҙары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тураһында һөйләйәсәк. Бында хәрби хәрәкәт зонаһында булған яҡташтарыбыҙға хат яҙырға мөмкин буласаҡ.
24.04.2025

Һайлау хоҡуғы буйынса конкурс

Конкурс по избирательному праву
2025 йылдың 22 апрелендә 18 йәштән өлкән физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар араһында һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесы мәсьәләләре буйынса республика конкурсы үтте. Сара М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында уҙҙы.
Конкурсты ойоштороусы булып Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы, шулай уҡ Өфө ҡалаһы ҡала округының Киров һәм Октябрь райондары һайлау комиссиялары һәм «Бөтә рәсәй инвалидтар йәмғиәте»дөйөм рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан республика ойошмаһы сығыш яһаны.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.