Новости

22.06.2023
В День памяти и скорби
1941 йылдың 22 июне - илебеҙ тарихында иң ауыр даталарҙың береһе. Был көндө Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 
22 июнь махсус китапханала "Тарихыбыҙҙың ҡайғы көнө"  хәтер сәғәте үтте. Китапханасылар Бөйөк Ватан һуғышының тәүге сәғәттәре, совет халҡының батырлығы, ирлеге һәм ныҡлығы тураһында һөйләне. Махсус күҙәтмәлә  уҡыусыларға һуғыш темаһына арналған китаптар тәҡдим ителде. 
"Тауыштан уҡыу" режимында һуғыш балаларының һәм тыл ветерандарының иҫтәлектәре яңғыраны. Аҙаҡ ҡунаҡтар араһында ҡыҙыу әңгәмә барҙы.
20.06.2023
II Всероссийский форум-выставка «Ломая барьеры».

19-21 октябрь "Торатау" Конгресс-холында "Кәртәләрҙе емереп" II Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе  үтәсәк. 
Форум - инвалидтарҙы реабилитациялау һәм адаптивлаштырыу һорауҙарын ҡарау өсөн уңайлы майҙан. 

19.06.2023
Книжная выставка произведений Наиля Гаитбаева
Махсус китапхана абонементы башҡорт драматургы, прозаик, шағир, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Наил Әсхәт улы Ғәйетбаевтың 75 йыллыҡ юбилейына арналған күргәҙмә аса. 
Наил Әсхәт улы 1966 йылда Сибай урта мәктәбен тамамлап Магнитогорск тау металлургия институтында инженер-механик һөнәрен үҙләштерә. Киселёв машина төҙөү заводында һөнәрсе, биләмә башлығы, баш механик, аҙаҡ башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатында өлкән механик, өлкән инженер булып эшләй. 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.