Новости

11.07.2023
Ирек Киньябулатов: "Люди, к вам я тороплюсь"
Махсус китапхана абонементы башҡорт яҙыусыһы һәм шағиры Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған китап күргәҙмәһен аса. 
Ирек Лутфий улы Кинйәбулатов 1938 йылдың 15 июлендә Ҡырмыҫҡалы районы Абдулла ауылында тыуған. 1961-1966 йй БДУ-ла уҡый. "Совет Башҡортостаны" гәзитендә махсус корреспондент, республика гәзит һәм журналдарында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында ул шиғырҙар яҙа башлай. Тәүге шиғырҙар йыйынтығы "Баҫыу юлы" 1970 йылда донъя күрә. 
07.07.2023
Ко Дню семьи, любви и верности
Ғаилә - һис шикһеҙ, заманса йәмғиәттең төп өлөшөнөң береһе. Борон да, бөгөнгө көндә лә Рәсәй халҡы өсөн ғаилә беренсе урында. Тик, билдәле булыуынса, мөхәббәтһеҙ ныҡлы ғаилә ҡороп булмай, ә һаҡлап ҡалыуы тағы ла ҡыйыныраҡ. Сөнки ғаиләлә тоғролоҡ һәм бер-береңә ышаныу хөкөм һөрөргә тейеш. 
07.07.2023
Час духовности «Под покровом Петра и Февронии»
7 июль махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре асыҡ һауала "Петр һәм Феврония ҡанаты аҫтында" рухи сәғәтен үткәрҙе. 
Байрам үҙе 8 июль билдәләнә. Байрамдың символы - аҡсәскә. Был сәскәнән эшләнгән венок ҡатын менән ирҙең таҙалығын һәм тоғрлоғон белдерә. 
Китапханасылар байрамдың килеп сығыу тарихы, изге Петр һәм Февронияның ғаиләһе тураһында һөйләне. Рус шағирҙарының шиғырҙары, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр яңғыраны. Сара викторина менән тамамланды.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.