Республика көнөнә ҡарата китапханала үҙенсәлекле күргәҙмә асылды

Экспозиция Башҡортостандың бай тарихын һәм тәрән рухи мираҫын сағылдыра.

 

Китапхана тарафынан нәшер ителгән рельефлы-график ҡулланмалар (РГП) фондтарынан ентекләп тупланған күргәҙмә төбәк тарихын— боронғо ҡурғандарҙан алып беҙҙең көндәргә тиклемге осорҙо кәүҙәләндерә. Бында халҡыбыҙҙың бай мәҙәни мираҫын, тәбиғәт байлыҡтарын һәм хеҙмәт батырлыҡтарын асҡан үҙенсәлекле яраҡлаштырылған китаптар, брошюралар һәм альбомдар тәҡдим ителгән.

 

Уҡыусылар һирәк осрай торған тыуған яҡты өйрәнеү материалдары, иҫтәлектәр һәм үткәндәрҙе күҙ алдына баҫтырған архив документтары менән таныша ала.

 

Күргәҙмә тыуған яҡ тарихы менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың барыһының да күңеленә хуш киләсәк.  

 

Күргәҙмәлә тәҡдим ителгән әҙәбиәт исемлеге:

  1. Три цвета на фоне истории. История башкирского флага [Брайль шрифты] : комплекслы китап : рельефлы-график иллюстрациялар менән ҡулланма / М.Х. Төхвәтшин ис. БР ҺК ; төҙ. һәм текст техн. мөхәррире А. Усманова. — Өфө, 2020. — 1 китап.
  2. Башкирская юрта [Брайль тексы] : рельефлы-график иллюстрациялар менән ҡулланма : комплекслы китап / төҙ. һәм биҙәүсе Н.А. Юдина. — Өфө : БР ҺК, 2011. — 1 китап (25 б. яҫы баҫма текст) : ил.
  3. Зарипова, З. З. Башкирская юрта [Тактиль баҫма] : күреү һәләте насар булған һәм күрмәүсе балаларҙы уҡытыу һәм үҫтереү өсөн ҡулдан эшләнгән китап-ҡулланма / Зөлфиә Зарипова ; М.Х. Төхвәтшин ис. БР ҺК, Белорет филиалы. — Өфө, 2023. — 5 бит: ил. : ҡатырға, флис, мамыҡ туҡыма, таҫма, мәрйен, ептән, ағастан, таштан яһалған әйберҙәр. — Текст ҙурайтылған һәм Брайль шрифтында.
  4. Из глубины веков. Этническая история башкирского народа [Брайль шрифты] : рельефлы-график иллюстрациялар менән ҡулланма : комплекслы китап / төҙ. Н. М. Дәүләтханова. — Өфө : БР ҺК, 2014. — 1 китап. — («Бармаҡ остарында Башҡортостан» серияһы).
  5. Гордый духом народ! Духовная культура башкирского народа [Брайль шрифты] : рельефлы-график иллюстрациялар менән ҡулланма : комплекслы китап / төҙ. Н. Дәүләтханова. — Өфө : БР ҺК, 2014. — 1 китап. — («Бармаҡ остарында Башҡортостан» серияһы).
  6. Хисамитдинова, Ф.Г. Родной Башкортостан [Брайль шрифты] : "Башҡортостан тарихы, әҙәбиәте һәм мәҙәниәте" курсы буйынса фәнни-популяр баҫма / Ф. Хисамитдинова, З. Шәрипова, Л. Нағаева. — Өфө : БР ҺК, 1998. — 5 китап.

Күңелдәрҙе йылытҡан байрам!

М.Х. Төхвәтшин исемендәге Башҡортостан республика махсус һуҡырҙар китапханаһында Халыҡ-ара ололар көнө уңайынан йылы мәҙәни сара уҙҙы. 

 

Алтын көҙ — бергә йыйылыу, яратҡан көйҙәрҙе тыңлау, күңелле уйындарҙа ҡатнашыу, дуҫтар менән йөрәге йылыһы бүлешеү өсөн иң ҡулайлы мәл. «Йөрәк менән һәр саҡ йәшбеҙ» байрамы нәҡ ошондай мөхиткә сорналды. 

 

Барыһы ла белгән һәм яратҡан йырҙарҙан торған концерт программаһы уҡыусыларыбыҙҙың күңеленә хуш килде. Бала саҡтан таныш көйҙәр айырыуса тәьҫирле яңғыраны — ҡайһы бер ҡунаҡтар хатта үҙҙәре лә ҡушылып йырланы.

 

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоевтың сығышы байрамға айырыуса мәртәбә өҫтәне. 

 

Байрам сиктәрендә китапханабыҙҙың абруйлы йәштәге яҡын дуҫтары өсөн уйындар ҙа ойошторолдо.  Ҡатнашыусылар иҫке йырҙарҙың юлдарын иҫкә төшөрҙө, һөйләмдәр буйынса фильмдарҙың исемдәрен әйтте

 

 

Байрам сәйе янында ҡунаҡтар йәшлек йылдарын иҫкә алды, йылы, нурлы әңгәмә ҡорҙо. 

 

Йәшлек ул йәшкә түгел, ә күңел торошона бәйле! Килгән ҡунаҡтарыбыҙға йөрәк йылыһы менән бүлешкәндәре өсөн ҙур рәхмәт!

Бөйөк яҡташыбыҙ иҫтәлегенә

Күренекле яҡташыбыҙ, яҙыусы, әҙәбиәт һәм театр тәнҡитсеһе, мемуарсы Сергей Тимофеевич Аксаковтың тыуыуына 235 йыл тулыу уңайынан китапханала «Аксаковты үҙең менән ал» китап күргәҙмәһе асылды.

 

Экспозиция авторҙың бай мираҫы менән танышыуҙың үҙенсәлекле, инклюзив форматын тәҡдим итә. Бында бармаҡ остары ярҙамында биттәрҙе «күрергә» мөмкинлек биргән рельефлы-нөктәле шрифт (РТШ) менән баҫылған тактиль баҫмалар тупланған. Шулай уҡ бала саҡтан таныш юлдарҙы йәнле тауыш һәм ҡабатланмаҫ интонация менән тулыландырған «һөйләүсе» китаптар һәм яҫы баҫмалар, шул иҫәптән насар күреүселәр өсөн ҙурайтылған шрифт менән сыҡҡан баҫмалар урын алған.

 

Күргәҙмә киң аудиторияға иҫәпләнгән. Тактиль китаптар экспозицияны күреү һәләте насар булған кешеләр өсөн тулыһынса аңлайышлы итә, ә аудиоформат классик әҫәрҙәр менән юлда, саф һауала йөрөгәндә йәки өйҙә рәхәтләнеп танышырға мөмкинлек бирә.

 

Аксаков зирәклеген, күңел йылыһын һәм тыуған ергә булған сикһеҙ һөйөүенең һулышын тойорға  саҡырабыҙ!

 

Күргәҙмәлә тәҡдим ителгән әҙәбиәт исемлеге:

 

Рельефлы-нөктәле шрифт (Брайль) менән нәшер ителгән китаптар:

  1. Аксаков, С. Т. Рассказы о родной природе [Брайль шрифты] / С. Т. Аксаков. — М.: Просвещение, 1974. — 3 китап.
  2. Аксаков, С. Т. Рассказы о родной природе [Брайль шрифты] / С. Т. Аксаков. — М.: МИПО Репро, 2018. — 1 китап. — («Уҡыусы китапханаһы» серияһы). — Ҡабаттан баҫылған: М.: Мир искателя, 2012. — (6+).
 

Оптик CD-дисктарҙағы «һөйләүсе» китаптар:

 

3. Аксаков, С. Т. Детские годы Багрова-внука [Тауыш яҙмаһы] : повесть : урта мәктәп йәшендәгеләр өсөн / С. Т. Аксаков ; уҡый М. Росляков. — М.: «Аудиокнига» ЯСЙ, 2008. — 2 электрон оптик диск (CD-ROM). — МР3 форматы. — (12+).

4. Аксаков, С. Т. Семейная хроника [Тауыш яҙмаһы] : роман / С. Т. Аксаков ; уҡый А. Злаказов. — М.: «1С-Паблишинг» ЯСЙ, 2007. — 1 электрон оптик диск (CD-ROM). — МР3 форматы. — («Фекер антологияһы» серияһы). — (12+).

5. Аксаков, С. Т. Воспоминания [Электрон ресурс] / С. Т. Аксаков ; уҡый В. Панфилов. — Өфө: БР ҺК, 2010. — 1 электрон оптик диск (СD-ROM): 17 сәғ 19 мин. — МР3 форматы. — Баҫманан: М.: Гослитиздат, 1955.

 

Флеш-карталарҙағы «һөйләүсе» китаптар:

 

6. Аксаков, С. Т. Собрание сочинений в 5 т. Т. 5 [Тауыш яҙмаһы] / С. Т. Аксаков ; уҡый М. Иванова. — М.: Логосвос, 2017. — 1 фк. (41 сәғ 05 мин). — Баҫманан: «Логосвос» НПТК-һы төп нөсхәһенән яҙма, 2017.

7. Аксаков, С. Т. Аленький цветочек [Электрон ресурс] : әкиәт / С. Т. Аксаков ; уҡый В. Самойлов. — М.: Логосвос, 2014. — 1 фк. (68 сәғ 04 мин). — Баҫманан: М.: Дет. лит., 1984.

8. Аксаков, С. Т. Воспоминания об А. С. Шишкове [Тауыш яҙмаһы] / С. Т. Аксаков ; уҡый В. Панфилов. — Мәскәү: Логосвос, 2020. — 1 фк. (58 сәғ 49 мин). — Баҫманан: «Логосвос» НПТК-һы төп нөсхәһенән яҙма, 2020. — М.: Художественная литература, 1955. — (4 томда әҫәрҙәр йый. 2-се том).

 

Яҫы баҫмалар:

9. Аксаков, С. Т. Собрание сочинений : в 3 т. Т. 1 [Текст] / С. Т. Аксаков. — М.: Худож. лит., 1986. — 576 б. — Эстәлеге: 1. Семейная хроника; 2. Детские годы Багрова-внука; 3. Стихотворения.

10. Аксаков, С. Т. Собрание сочинений : в 3 т. Т. 2 [Текст] / С. Т. Аксаков. — М.: Худож. лит., 1986. — 559 б. — Эстәлеге: 1. Воспоминания; 2. Литературные и театральные воспоминания.

11. Аксаков, С. Т. Собрание сочинений : в 3 т. Т. 3 [Текст] / С. Т. Аксаков. — М.: Худож. лит., 1986. — 511 б. — Эстәлеге: 1. История моего знакомства с Гоголем; 2. Очерки и незавершенные произведения; 3. Статьи; 4. Рецензии; 5. Заметки.

12. Аксаков, С. Т. Аленький цветочек [Текст] : сказки ключницы Пелагеи / С. Т. Аксаков. — Оренбург: «Димур» гәзит-китап нәшриәте, 2011. — 60 б. : ил. — С. Т. Аксаковтың тыуыуына 220 йыл тулыу уңайынан. — (0+).

13. Аксаков, С. Т. Детские годы Багрова-внука [Текст] : повесть / С. Т. Аксаков. — М.: Логосвос, 2014. — 614 б. — («Уҡыу даирәһе. Насар күреүселәр өсөн баҫма»). — Ҡабаттан баҫылған: М.: Сов. Россия, 1977.

14. Аксаков, С. Т. Записки ружейного охотника Оренбургской губернии [Текст] : рассказы и воспоминания охотника о разных охотах / С. Т. Аксаков. — Оренбург: «Димур» гәзит-китап нәшриәте, 2011. — 252 б. : ил. — С. Т. Аксаковтың тыуыуына 220 йыл тулыу уңайынан. — (12+).

15. Аксаков, С. Т. Охотничья трилогия [Текст] / С. Т. Аксаков. — Өфө: Китап, 2015. — 444 б. — (16+).

Аксаковтың тылсымлы донъяһы

1 октябрҙә рус яҙыусыһы, исеме тыуған тәбиғәткә мөхәббәт һәм кеше күңелен аңлауҙы һынландырған  Сергей Тимофеевич Аксаковтың тыуыуына 235 йыл тула.

 

Юбилей датаһы алдынан Башҡортостан республика махсус һуҡырҙар китапханаһы хеҙмәткәре 28-се Өфө коррекция интернат-мәктәбенең күрмәүсе һәм насар күреүсе уҡыусылары өсөн «Аксаковтың тылсымлы донъяһы» тигән әҙәби уйын үткәрҙе.

 

Осрашыу башында балалар яҙыусының тормош юлы менән танышты, уның тап бала саҡ тәьҫораттарының билдәле әҫәрҙәренең нигеҙенә ятыуын белде. 

 

Күп быуындарҙың яратҡан «Ал сәскә» («Аленький цветочек») әкиәтенә айырым иғтибар бүленде. Уҡыусыларҙың иғтибарлылығын тикшереү өсөн мауыҡтырғыс уйын сиктәрендә балалар тылсымлы сәскәнең таждарын һайлап алып, әкиәт сюжеты буйынса  мәсьәләләр систе. 

 

Программаға түбәндәге уйын-конкурстар инде:

✨ «Йомаҡтарҙы сис» һәм «Һорау-яуап»;

✨ «Ҡара йәшник» (балалар эстә ниндәй әйбер йәшерелгәнен тапты);

✨ «Йөҙөк сере» (батмустан йөҙөктө алып, уны әкиәт геройҙары ниндәй бармаҡҡа кейгәнен иҫкә төшөрҙөләр);

✨ «Хыял» (Настеньканың портретын төшөрҙөләр);

✨ «Тылсымлы өслөк» (сиратлап 3 һаны телгә алынған өҙөктәрҙе миҫалға килтерҙеләр);

✨ шулай уҡ «Телмәр» һәм «Тулыландыр» уйындары.

 

Сара тактиль һәм Брайль шрифты менән баҫылған китаптарҙы ҡарау менән тамамланды. Китапханасы күргәҙмәгә күҙәтеү яһаны, ә йәш уҡыусылар китаптарҙы ҡулына алып ҡарап, тактиль иллюстрацияларҙы өйрәнә һәм РТШ буйынса текстарҙы уҡый алды.

 

Был сара балаларға яңы асыштар шатлығы бүләк итте һәм С.Т. Аксаковтың «Ал сәскә» әкиәте һаман да тере, көнүҙәк булып ҡалыуын, изгелеккә, тоғролоҡҡа һәм ысын мөхәббәткә әйҙәүен тағы бер ҡат иҫбатланы.

Бер ил. Бер ғаилә. Бер Рәсәй

30 сентябрҙә Рәсәйҙә мөһим иҫтәлекле дата — Донецк, Луганск Халыҡ Республикаларының, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең Рәсәй Федерацияһына ҡушылыу көнө билдәләнә.

 

Ошо тарихи ваҡиға уңайынан М.Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республикаһы махсус китапханаһында «Бер ил. Бер ғаилә. Бер Рәсәй» китаптар күргәҙмәһе асылды.

 

Күләмле экспозиция Ватаныбыҙҙың тарихына, мәҙәниәтенә һәм рухи йолаларына, Рәсәй халҡының берҙәмлегенә бағышланған баҫмаларҙы туплаған. Күргәҙмәлә Рәсәйҙең күп ҡырлы образын асҡан, батырлыҡ, үҙ-ара теләктәшлек өлгөләре һәм яңы төбәктәрҙә йәшәүселәргә  ирекмәндәрҙең ярҙамы хаҡында бәйән иткән рельефлы-нөктәле (РТШ) һәм ҙурайтылған шрифтлы (ППШ) фондтарҙан мәҡәләләр, китаптар һәм ваҡытлы матбуғат тәҡдим ителә.

 

Күргәҙмәлә шулай уҡ Башҡортостанда йәшәүселәрҙең тыныс тормошто тергеҙеүгә индергән өлөшө: гуманитар ылауҙар, яугирҙәргә ярҙам, ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү һәм ватандаштар менән мәҙәни алмашыу тураһында ла һөйләй.

 

Уҡыусыларҙы һәм китапхана ҡунаҡтарын экспозиция менән танышырға саҡырабыҙ!

 

Күргәҙмәләге әҙәбиәт исемлеге:

 

  1. #своихнебросаем / фот. Р. Ишниязова // Уфа. — 2022. — № 4. — С. 1, 2-я с. обл.
  2. Аргунов, А. Лучик тепла для воспитанников "Созвездия" / А. Аргунов // Наша жизнь (ППШ). — 2023. — № 2. — С. 25-30. — (Славянские параллели).
  3. Бегма, И. Визит в мирную жизнь / И. Бегма ; фот. Р. Ишниязова // Уфа. — 2022. — № 4. — С. 8-11. — (Событие месяца).
  4. Брулева, О. Пусть огонек свечи согреет каждого солдата / О. Брулева // Наша жизнь (ППШ). — 2023. — № 5. — С. 43-45. — (В правлениях и местных организациях ВОС).
  5. Зулькарнаев, М. [Помощь Луганской Народной Республике от Республики Башкортостан] / М. Зулькарнаев // Музы не молчат. Башкортостан, 2022-2025: сборник-альбом / Мин-во культуры РБ. — Уфа, 2025. — С. 22-23.
  6. Ибрагимова, А. Помощь для своих / А. Ибрагимова // Уфа. — 2023. — № 2. — С. 22-23.
  7. Ибрагимова, А. Посылка от бабушки Вали / А. Ибрагимова // Уфа. — 2022. — № 11. — С. 16-19.
  8. Кияшко, С. Бегом от войны... / С. Кияшко, Р. Губайдуллин, Е. Климович // Уфа. — 2014. — № 8. — С. 8-11. — (Болевая точка).
  9. "Книга другу" // Наша жизнь (ППШ). — 2023. — № 8. — С. 26-27. — (Тифломир).
  10. "Круг добра" // Наша жизнь (ППШ). — 2022. — № 11. — С. 52-53. — (Славянские параллели).
  11. Миниатюрная печка согреет и накормит [Текст] // Единая Россия - Башкортостан. — 2026. — 2 апреля (№ 12). — С. 5. — (Общество).
  12. Николаева, М. 10 дней в Уфе / М. Николаева // Уфа. — 2026. — № 9. — С. 10-11. — (Событие месяца).
  13. Николаева, М. Мы победим! / М. Николаева // Уфа. — 2024. — № 12. — С. 60-61. — (Герои нашего времени).
  14. Николаева, М. По примеру Шаймуратова / М. Николаева ; фото автора // Уфа. — 2024. — № 8. — С. 18-21. — (СВОихнебросаем).
  15. По зову сердца [Текст] // Действие. — 2026. — 6 марта (№ 9). — С. 5. — (Рука помощи).
  16. Помощь братьям-славянам // Наша жизнь (ППШ). — 2022. — № 4. — С. 16-17. — (Актуальная тема).
  17. Помощь от души // Наша жизнь (ППШ). — 2023. — № 2. — С. 30-31. — (Вести из регионов).
  18. Реальная помощь // Наша жизнь (ППШ). — 2023. — № 8. — С. 29-30.
  19. Саевич, Л. В. Горизонты сотрудничества / Л. В. Саевич ; [беседовала] А. Сыромятникова // Наша жизнь (ППШ). — 2026. — № 6. — С. 37-42. — (Социальное партнерство).
  20. Салимгареева, А. Алексей, Алёшенька… [Текст] / Азалия Салимгареева, Тимофей Кузнецов // Вечерняя Уфа. — 2026. — 17 апреля (№ 15). — С. 21.
  21. Федосеева, Е. Время помогать / Е. Федосеева // Наша жизнь (ППШ). — 2022. — № 10. — С. 9-13. — (Славянские параллели).
  22. Шипунова, И. Поделиться душевным теплом / И. Шипунова ; фот. Т. Хасанов // Уфа. — 2022. — № 9. — С. 40-41. — (Благое дело).
  23. Яҡшығолова, Г. Донецк уҡыусылары беҙҙә ял итә / Г. Яҡшығолова // Башҡортостан. — Өфө, 2025. — 13 июнь. — № 46. — (Хәстәрлек).
 

Башҡортостан махсус һуҡырҙар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре III «Пульс» төбәк-ара форумында ҡатнашты

Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республикаһы махсус китапханаһының ял ваҡытын ойоштороу бүлеге мөдире менән әйҙәүсе методист Диана Панчихина III «Пульс» төбәк-ара форумында ҡатнашты. 

 

Китапханалар юҫығындағы был киң ҡоласлы сара тәжрибә уртаҡлашыу, яңы белем үҙләштереү һәм ижади эҙләнеүҙәр маҡсаты менән ойошторолдо. 

 

Форумдың бай программаһы ике көнгә бүленде: беренсе көндә ҡатнашыусылар командаға тупланыу буйынса күнекмәләр үтте, Сберҙың "Школа 21" кампусында булып, алдынғы һанлы ҡорамалдар менән танышты. Атҡаҙанған спорт оҫтаһы, Паралимпия уйындары призеры Анна Кулинич-Сорокина менән осрашып, уның ауырлыҡтарҙы еңеү буйынса шәхси тарихын тыңлау йәш китапханасыларҙы айырыуса тетрәндерҙе, уйландырҙы, рухландырҙы. 

 

Шулай уҡ программа сиктәрендә белгестәр ҡатнашыусылар өсөн тыуған яҡты өйрәнеү буйынса уйын алымдары һәм яһалма зиһенде ҡулланыу йәһәтенән оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим итте. 

 

Форумдың икенсе көнө лә файҙалы һәм һөҙөмтәле уҙҙы: "Мәҙәниәт коды" квиз-уйыны гөрләне, китапханасылар телефонға видео төшөрөү һәм социаль селтәрҙәргә кеше йәлеп итеү алымдарына өйрәнде, китаптың илһөйәрлек рухын тәрбиәләүҙәге роле буйынса фекер алышыуҙа һәм "Китапханалар киләсәге" Бөтә Рәсәй конкурсының исем туйында ҡатнашты. 

 

Форум "Пульс-старт" йәш китапханалар башланғысы конкурсына йомғаҡ яһай һәм резолюция ҡабул итеү менән тамамланды. 

«Аҡтырнаҡ» юл күрһәтеүсе эттәр хужалары клубы Бөтә Рәсәй «Весёлая собачья азбука» проектын башлай

Был башланғыс юл күрһәтеүсе эттәрҙең образын популярлаштырыуға һәм бөтә Рәсәй буйынса профилле берләшмәләр араһында бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән.

 

Күләмле проекттың төп маҡсаты — юл күрһәтеүсе эттәр, компаньондар һәм йорт хайуандары ҡатнашлығында үҙенсәлекле рәсемле әлифба булдырыу. Проект уҡыу йылы дауамында баҫҡыслап тормошҡа ашырыласаҡ: һәр аҙна әлифбаның айырым хәрефенә бағышлана.

 

Проектта ҡатнашырға теләүселәрҙең барыһына ла ишектәр асыҡ. Ойоштороусылар ике форматта  ҡатнашырға тәҡдим итә:

 

  • Эт хужалары өсөн: ҡушаматы бирелгән хәрефкә башланған дүрт аяҡлы дуҫтың фотоһүрәтен баҫтырып сығарыу.
  • Эттәре булмаған ҡатнашыусылар өсөн:   бирелгән хәрефкә башланған исемле тоҡомло эттең фотоһүрәтен баҫтырып сығарыу.
 

Акцияның берҙәм визуаль стилен һаҡлау өсөн ойоштороусылар махсус ҡалыптар (шаблондар: фон, график элементтар, хәрефтәр) әҙерләгән, уларҙы һылтанма буйынса табырға мөмкин.

Ҡатнашыусыларға әҙер нигеҙгә фотоһүрәтте өҫтәргә генә кәрәк.

 

Фотоға текст өҫтәү — ҡатнашыуҙың мотлаҡ шарты. Ойоштороусылар ҡатнашыусыларға эткә ҡушамат һайлау тарихы тураһында һөйләргә йәки билдәле бер эт тоҡомон үҙ итеү сәбәптәре менән уртаҡлашырға тәҡдим итә. Иң ҡыҙыҡлы тарихтар «Аҡтырнаҡ» клубының рәсми битендә донъя күрәсәк.

Проектты Анна Бергиндең Айна ҡушаматлы юл күрһәтеүсе эте (тоҡомо — ҡаралы-һарғылт төҫтәге монгол банхары) асып ебәрҙе.

 

Проектта ҡатнашыу шарттары:

 

  • «Аҡтырнаҡ» клубының рәсми ресурстарына яҙылыу;
  • Баҫмаларҙы рәсми хештегтар менән оҙата барыу: #ВесёлаяСобачьяАзбука һәм #Актырнак_Азбука.

 

 

Дин әһелдәре өсөн күреү мөмкинлектәре сикләнгәндәр менән аралашыу этикаһы буйынса осрашыу үтте

Сара «Не зря в храме» проекты сиктәрендә ойошторолдо. Проектты «2026 йылғы Православие башланғысы» халыҡ-ара гранттар конкурсы ярҙамында «Православие ҡатын-ҡыҙҙары берлеге» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе тормошҡа ашыра.

 

Проекттың төп маҡсаты — сиркәү хеҙмәткәрҙәренең һәм мәхәллә кешеләренең күреү буйынса инвалидлығы булған кешеләр менән үҙ-ара эш итеү мәҙәниәтен күтәреү. Был башланғыс аралашыу һәм психологик кәртәләрҙе бөтөрөүгә, шулай уҡ Өфө һәм Стерлетамаҡ ҡалалары ҡорамдарында ҡулайлы мөхит булдырыуға йүнәлтелгән.

 

Сараның төп лекторы булып Юрий Викторович Панчишин сығыш яһаны. Ул ҡорам хеҙмәткәрҙәренә һуҡырҙар менән аралашыу үҙенсәлектәре һәм уларҙы изге йорт эсендә дөрөҫ оҙатып йөрөү ҡағиҙәләре тураһында һөйләне.

 

Осрашыуҙа махсус өйрәтелгән эт менән килгән кешене ҡаршы алыуға иғтибар бүленде. Башҡортостан Республикаһының «Аҡтырнаҡ» юл күрһәтеүсе эттәр хужалары клубы етәксеһе Гүзәл Хәсәнова сығыш яһаны. Ул сараға юл күрһәтеүсе эт менән килеп, дүрт аяҡлы дуҫтары ярҙамында көн иткәндәрҙең көндәлек тормошо, улар ҡара-ҡаршы осрашҡан мәсъәләләр тураһында һөйләне.

 

Шулай уҡ сарала Башҡортостандың Православие ҡатын-ҡыҙҙары берлеге ағзаһы, «Храмда бушҡа түгел» проекты кураторы Олеся Алексеевна Рапинчук әүҙем ҡатнашты.

 

Дин әһелдәре сығыш яһаусыларҙы ҙур иғтибар менән тыңланы, алынған мәғлүмәттең ҙур әһәмиәтен һәм файҙаһын билдәләп үтте.

Башҡортостан һуҡырҙар өсөн китапханаһының тактиль китабы – Рәсәй китапханалар ассоциацияһы конкурсында

Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республикаһы махсус китапханаһы Рәсәй китапханалар ассоциацияһының (РБА) XIV Бөтә Рәсәй «Йылдың иң яҡшы һөнәри китабы — 2026» конкурсында ҡатнашыусы Сертификатын алды. Конкурс йомғаҡтары йола буйынса 2-6 сентябрҙә үткән Мәскәү халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә яһалды.

 

Быйыл белгестәр хөкөмөнә китапхана үҙенсәлекле тактиль баҫма — «Колобок» урыҫ халыҡ әкиәте буйынса ҡулдан эшләнгән китап-ҡулланма тәҡдим итте.

 

Китапхана хеҙмәткәре Ю. В. Асылгәрәева тарафынан яһалған был баҫма ябай китап ҡына түгел, ә күреү һәләте насар булған һәм күреү мөмкинлектәре сикле мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы уҡытыу һәм уларҙың зиһенен үҫтереү ҡоралы ул(0+). Баҫманың төп үҙенсәлеге уның мультиформатлы булыуында: әкиәт тексы ҙурайтылған шрифт (УШ) һәм Брайль рельефлы-нөктәле шрифты (РТШ) менән параллель рәүештә баҫылған.

 

Бәләкәстәр әкиәтте һәм уның геройҙарын бармаҡ остары менән «күреп» тойһон өсөн, иллюстрациялар төрлө күләмле һәм фактуралы материалдар: ҡатырға, йомшаҡ флис, таҫма, мәрйен, страздар һәм төймәләр ҡулланып эшләнгән. Бындай алым китап менән танышыу барышын мауыҡтырғыс итә, шулай уҡ ваҡ моториканы һәм һиҙеү һәләтен үҫтерә.

 

Ошондай юғары кимәлдәге һөнәри конкурстарҙа ҡатнашыу һуҡырҙар өсөн Башҡортостан махсус китапханаһының инклюзив мөхит булдырыу буйынса алып барған эштәренең мөһимлеген раҫлай. Китапхана күреү мөмкинлегенән мәхрүм балалар өсөн әҙәбиәттең бай донъяһын асҡан үҙенсәлекле тактиль китаптар сығарыу буйынса эште дауам итә.

Башҡортостан Республикаһы һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы фондына яңы баҫмалар шәлкеме

Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республикаһы махсус китапханаһы фонды яңы китаптар менән тулыланды.

 

Уҡыусылар иғтибарына 2026 йылда Мәскәүҙең «Сирень» нәшриәтендә донъя күргән әҙәбиәт тәҡдим ителә. Бөтә баҫмалар ҙа күреү һәләте насар булған кешеләр өсөн яраҡлаштырылып, уҡырға уңайлы форматтарҙа сығарылған.

 

Яңы китаптар жанр төрлөлөгө менән хайран итә, улар исемлегенә Рәсәй һәм сит ил авторҙарының әҫәрҙәре, классик проза, документаль әҙәбиәт, балалар өсөн баҫмалар ингән.

 

Классик һәм хәҙерге заман нәфис әҙәбиәте:

 

• Антуан де Сент-Экзюпери — «Хәрби осоусы» (роман, 3 китапта, 16+)

• Сыңғыҙ Айтматов — «Жәмилә» (повесть, 16+)

• Наринэ Абгарян — «Симон» (роман, 5 китапта, 16+)

• Мария Метлицкая — «Һаҡ булығыҙ, ишектәр ябыла» (роман, 4 китапта, 16+)

• Мария Метлицкая — «Тоғро ир» (роман, 3 китапта, 16+)

• Даниэла Стил — «Версаль тарихы» (роман, 8 китапта, 18+)

• Анель Ким — «Доусондар ғаиләһе серҙәре» (роман, 4 китапта)

 

Мауыҡтырғыс сюжетлы әҙәбиәт һәм детективтар:

 

• Дарья Донцова — «Көрәктән аш» (детектив, 3 китапта, 16+)

• Анна Орехова — «Үлем тауыштары аҫтындағы Барселона» (детектив, 4 китапта, 16+)

 

Документаль, публицистик һәм фәнни-популяр әҙәбиәт:

 

• Денис Коваленко — «Рәсәй геройҙары тураһында хикәйәләр» (публицистика, 2 китапта, 12+)

• Тур Хейердал — «"Кон-Тики"ла сәйәхәт» (сәйәхәтсе яҙмалары, 4 китапта, 12+)

 

Балалар әҙәбиәте һәм махсус баҫмалар:

 

• Алексей Толстой — «Алтын асҡыс, йәки Буратино мажаралары» (әкиәт-повесть, 2 китапта, 0+)

• Елена Семченко — «Тактиль галерея. Иван Айвазовский “Йәйғор”» (махсус баҫма, 6+).  әйткәндәй, был китап тифлофонд өсөн айырым ҡиммәткә эйә, сөнки ул күрмәгән уҡыусыларға һынлы сәнғәт гәүһәрҙәре менән тотоп ҡарап танышырға мөмкинлек бирә.

 

Барлыҡ баҫмалар тейешле техник эшкәртеү эштәрен үтте, каталогтарға индерелде һәм китапхана фондына таратылды.

 

Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республикаһы махсус китапханаһының яңы китаптары менән танышырға саҡырабыҙ.

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.