Башҡорт әҙәбиәте яҙыусы, шағир, драматург һәм күп йылдар Башҡортостан Яҙыусылар союзының рәйесе булған Риф Тойғоновтың тыуыуына 80 йыл тулыуҙы билдәләй. Риф Ғәлим улын үҙенән һуң уҡыусылары йөрәгендә яҡтылыҡ һәм йылылыҡ ҡалдырған шәхес булараҡ иҫкә алабыҙ.
Риф Тойғонов 1946 йылдың 24 октябрендә Ырымбур өлкәһенең Аҡсура ауылында тыуған. Мәктәп йылдарында уҡ уянған яҙыусылыҡ һәләте Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында, ә унан һуң Мәскәүҙәге Юғары әҙәби курстарҙа нығына. Ул «Ҡул йылыһы», «Тәҙрәмдәге яҡтылыҡ» йыйынтыҡтары һәм «Будка» повесы менән әҙәбиәткә ышаныслы аҙымдар яһай.
Риф Тойғоновтың юбилейы уңайынан М. Х. Төхвәтшин исемендәге Башҡортостан республика махсус һуҡырҙар китапханаһында китаптар күргәҙмәһе әҙерләнде. Күргәҙмәлә китапхана фондтарынан төрлө йылдарҙа баҫылып сыҡҡан һәм күреү буйынса мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн яраҡлаштырылган әҫәрҙәр тәҡдим ителгән.
Күргәҙмәлә күрһәтелгән әҙәбиәт исемлеге:
Оптик CD-дисктарҙағы «Һөйләүсе» китаптар:
1. Тойғонов Риф Ғәлим улы. Беҙҙе һөйөү йөрөтә = Мы любовью движимы : стихи, поэмы, повесть «Будка» : башҡ. телендә / Р. Ғ. Тойғонов ; уҡыны Г. Байраҡаева ; тауыш операторы В. Бессольцев. — Өфө : БРСБС, 2016. — 1 электрон. опт. диск (CD-ROM) : MP3 форматы (ав. 1 сәғ. 30 мин.).
Флеш-карталарға яҙыу өсөн электрон каталогтан «Һөйләүсе» китаптар:
2. Тойғонов Риф Ғәлим улы. Беҙҙе һөйөү йөрөтә [Тауыш яҙмаһы] : башҡ. телендә / Р. Тойғонов. — Өфө : БРСБС, 2019. — 1 фжд : MP3 форматы.
3. Тойғонов Риф Ғәлим улы. Актриса [Тауыш яҙмаһы] / Р. Тойғонов. — Өфө : БРСБС, 2019. — 1 фжд : MP3 форматы.
4. Тойғонов Риф Ғәлим улы. Беҙҙе һөйөү йөрөтә [Тауыш яҙмаһы] : башҡ. телендә / Р. Тойғонов. — Өфө : БРСБС, 2019. — 1 фжд : MP3 форматы.
Яҫы баҫма китаптар:
5. Тойғонов Риф Ғәлим улы. Шундай мәлдәрем бар = Есть моменты в жизни : поэма, стихотворения : башҡ. телендә / Р. Ғ. Тойғонов (Тойғон). — Өфө : Китап, 2001. — 128 б.
6. Тойғонов Риф Ғәлим улы. Уятырга ашыгам кояшны = Спешу разбудить солнце : поэма, стихотворения : татар телендә / Р. Ғ. Тойғонов (Тойғон). — Казан : Татар. кит. нәшр., 2011. — 254 б.
7. Тойғонов Риф Ғәлим улы. Һағыныр кешеләрем = Сердцем и душой я с вами : повесть, драма, стихотворения : башҡ. телендә / Р. Ғ. Тойғонов (Тойғон). — Өфө : Китап, 2016. — 200 б.
8. Тойғонов Риф Ғәлим улы. Йөрәктә мөхәббәт = В сердце любовь : поэма, стихотворения, воспоминания : башҡ. телендә / Р. Ғ. Тойғонов (Тойғон). — Өфө : Китап, 2021. — 272 б.
Күргәҙмә — ул кәштәләге китаптар йыйынтығы ғына түгел, ә көндәлек мәшәҡәттәр араһында бер аҙ туҡтап тороу, ғүмере буйы уҡыусыларҙы арымай-талмай яҡшылыҡ ҡылырға, тыуған ерен яратырға һәм теләһә ниндәй хәлдә лә кеше булып ҡалырға саҡырған шағирҙың тыныс, ышаныслы тауышын яңынан ишетеү мөмкинлеге.