Новости

18.04.2014
Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһы “Библио-төн - 2014” бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашып 25 апрелдә «Өфө библио-эңере» исемләнгән акция уҙғара.
«Библио-эңер 2014» проекты сиктәрендә, беҙҙең китапхана эш ваҡытын үҙгәртеп, уҡыусылар өсөн кискә тиклем эшләйәсәк.
Сараны "Юлдаш", "Спутник FM" радиолары яҡтырта. Акцияның эшлекле партнерҙары - "Каскад академияһы" кадрҙар әҙерләү үҙәге, "Смарт-Өфө" Ябыҡ акционерҙар йәмғиәте.
«Өфө библио-эңере» акцияһы Мәҙәниәт йылында республиканың территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтенең диологына арналған. Программала китапхана ҡунаҡтары музыкаль-театрлаштырылған тамаша аша беҙҙең республикала йәшәгән төрлө милләт авторҙарының әҫәрҙәре менән танышасаҡ.
Ҡунаҡтар иғтибарына һуҡырҙар өсөн яраҡлаштырылған махсус китапхананың үҙ баҫмалары, Башҡортостан Республикаһының милли музейы экспонанттары һәм республиканың Хәрби Дан музейының күргәҙмәләре тәҡдим ителәсәк.  
 
17.04.2014
Конкурсное прослушивание дикторов.
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһында «һөйләүсе китаптарҙы» яҙҙырыу өсөн дикторҙар тыңлау конкурсы үтте. Был конкурста башҡортостан республикаһының дөйөм рәсәй инвалидтар йәмғиәт ойошмаһының ағзалары ҡатнашты.
 
 
17.04.2014
2014 йылдың 17 апрелендә Өфө ҡалаһында күреү мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында сираттағы «Проектланған эшмәкәрлек» тигән етди уйын Вуздар араһындағы берлек ярҙамында ойошторолған.
 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.