Новости

26.05.2026
Иғлан

Хөрмәтле уҡыусылар!

Ҡорбан байрамы уңайынан китапхананың байрам көндәрендә эшләү режимына иғтибар итәбеҙ:

26 май - эш көнө 9:00 сәғәттән 17:00 сәғәткә тиклем.

2026 йылдың 27 майы — ял көнө.

28 май - ғәҙәти режимда эшләү.

Администрация һеҙҙе байрам менән ихлас ҡотлай һәм тыныслыҡ, именлек һәм изгелек теләй!

25.05.2026
«Аксаковтың тылсымлы донъяһы» конкурсы еңеүселәрен һәм лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтәсәк

М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында яҙыусы Сергей Аксаковтың тыуыуына 235 йыл тулыуға арналған инвалид балалар араһында «Аксаковтың Тылсымлы донъяһы» республика ижади конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәрҙе һәм лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы 29 майҙа IV «Китап-Байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә үтәсәк.

23.05.2026
IV халыҡ-ара "Китап-байрам-2026" китап йәрминкәһе: китап, ижад һәм берҙәмлек байрамы

Һәр теләүсене 28-30 май үтәсәк ҙур китап фестиваленә саҡырабыҙ. Быйыл М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы майҙансығы китап яратҡан, ижадты ҡәҙерләгән һәм яңы асыштарға ынтылыусы һәр кем өсөн осрашыу урыны буласаҡ. Бында һеҙҙе үҙенсәлекле күргәҙмәләр, ижади оҫталыҡ дәрестәре, интерактив викториналар һәм балаларға ла, өлкәндәргә лә ҡыҙыҡлы тантаналы ваҡиғалар көтә.

28 май

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.