XII Рәсәй йәш китапханасылары форумы ҡатнашыуға саҡыра

XII Рәсәй йәш китапханасылары форумы ҡатнашыуға саҡыра

Якутск ҡалаһында 2026 йылдың 23-28 июнендә Рәсәйҙең XII йәш китапханасылары форумы үткәреләсәк.

Форум китапхана етәкселәрен һәм йәш хеҙмәткәрҙәрен йыя, йәш китапханасыларҙың профессиональ әүҙемлеген, партнерлыҡ һәм креатив индустриялар булдырыуҙы, китапхана эшенең яңы форматтарын үҙләштереүҙе һәм алымдарын ҡайтанан ҡарауҙы дәртләндереүсе һөҙөмтәле коммуникация майҙансығына әйләнә.

Форумдың бурыстарының береһе – Форумда ҡатнашыусы төбәктәрҙең иң яҡшы инновацион китапхана практикаһын һәм проекттарын тикшереү, йәмәғәт яҡлауын ойоштороу һәм иң яҡшы йәштәр китапхана проектына бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә иң яҡшыларҙы һайлау.

Тулыраҡ форумдың рәсми сайтында: https://fmb.cbsykt.ru/

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.