VI «Руль артында Ҡыш бабай» халыҡ-ара сәнғәт һәм ижад фестиваль-конкурсы

VI «Руль артында Ҡыш бабай» халыҡ-ара сәнғәт һәм ижад фестиваль-конкурсы

И.С. Тургенев исемендәге мәҙәни‑социаль башланғыстар хәйриә фонды VI «Руль артында Ҡыш бабай» халыҡ‑ара сәнғәт һәм ижад фестиваль-конкурсында ҡатнашырға саҡыра.

Фестиваль Рәсәй федерацияһының мәҙәниәт Министрлығы ярҙамында «Роскультпроект» сиктәрендә үткәрелә. Ул turgenev Fest фестиваль хәрәкәтенең мәҙәни‑мәғариф проектының бер өлөшө булып тора. Ҡатнашыуға төрлө жанрҙағы һәм йүнәлештәге һәүәҫкәр, шулай уҡ профессиональ ижади коллективтар һәм солистар саҡырыла. Үткәреү датаһы: 2026 йылдың 12-15 ғинуары. Конкурс көндәре: 2026 йылдың 14 ғинуары Ғаризалар биреү: 2025 йылдың 30 декабренә тиклем. Уҙғарыу урыны: Мәскәү ҡалаһы, Измайлово Концерт залы. Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы уникаль наградалар һәм бонустар көтә. Педагогтар һәм етәкселәр өсөн «роскультпроект» версияһы буйынса гранттар һәм «Йыл педагогы» исеме ҡаралған. Номинациялар һәм ҡатнашыу шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте рәсми сайтта алырға мөмкин: https://turgeneff.ru/mezhdunarodnyj-festival-konkurs-iskusstva-tvorchest...

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.