Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам программаһы
23 февралдә Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнә. Был байрам илдең хәрби тарихына һәм уның именлеген һаҡлаусыларға хөрмәт күрһәтеүҙе символлаштыра. Башҡортостан һуҡырҙар өсөн китапханаһы «Ир-егеттәрҙе данлайбыҙ» байрам программаһын уҙғарып, тантаналарға ҡушылды.
Китапхана залы ижади коллективтар һәм башҡарыусылар башҡарыуында йырҙар һәм шиғырҙар менән тулыланды. Музыкаль номерҙар менән «Умырзая», «Сударушка», «Хыял», «Дуҫтар тауышы» коллективтары, шулай уҡ Рәмил Вәлиев, Лилиә Сатаева, Илдус Богданов, Марина Иванова, Самат Фәсхетдинов һәм Андрей Ерохин сығыш яһаны. Программаға шулай уҡ Олег Бугров һәм Рима Хөсәйенова башҡарыуында патриотик шиғырҙар уҡыу инде.

Макарим Хусаинович Тухватшин












