Тыуған төйәк хаҡында

Башҡортостан Республикаһы көнө алдынан китапханабыҙ ҡарамағындағы «Нур» балалар үҙәгендә үҙенсәлекле күргәҙмә үҙ эшен башланы. «Минең тыуған төйәгем — Башҡортостан» экспозицияһы махсус рәүештә йәш уҡыусыларыбыҙ өсөн булдырылған. Уның маҡсаты — һәр балаға, сәләмәтлеге үҙенсәлектәренә ҡарамаҫтан, тыуған еребеҙҙең байлығы һәм матурлығы менән танышырға мөмкинлек биреү.
 
Был күргәҙмәнең үҙенсәлеге шунда: унда ҡуйылған барлыҡ китаптар ҙа тактиль (тотоп ҡарап уҡый торған) китаптар. Күреү һәләте насар булған балалар өсөн был ябай ғына әҙәбиәт түгел, ә башҡорт мәҙәниәте донъяһына илткән юл.
 
Экспозицияла түбәндәге баҫмалар йыйылған:
  • «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» һәм «Тыуған яҡ матурлығы» — республиканың төп иҫтәлекле урындары һәм тәбиғәте менән таныштырыусы китаптар.
  • Бөйөк Мостай Кәримдең әҫәрҙәре һәм шиғырҙары — үҙенсәлекле уҡыусылар өсөн яраҡлаштырылған беҙҙең әҙәбиәттең алтын фонды.
  • Башҡорт халыҡ әкиәттәре.

Тактиль китаптарҙа тарих тотоп ҡарау аша һөйләнелә. Бындай китаптарҙың биттәре рельефлы һүрәттәр,, күләмле һындар һәм фактуралы материалдар менән тулы. Хайуандарҙың йөнө, таштың шымалығы, милли биҙәктәр — барыһы ла туҡыма, пластик, ағас һәм башҡа әйберҙәрҙән эшләнгән. Бындай баҫмаларҙағы текст мотлаҡ рәүештә эре шрифт һәм Брайлдең рельефлы-нөктәле шрифт аша бирелә.
 
Тактиль образдар ярҙамында күрмәгән һәм насар күргән бәләкәстәр өсөн уҡыу мауыҡтырғыс уйынға әүерелә. Бындай китаптар Башҡортостандың милли символдары һәм йола, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырып ҡына ҡалмай, ә баланың ваҡ моторикаһын,  фекерләүен һәм донъяға ижади ҡарашын үҫтерә. Сюжетты ҡабул итеү яҡшыра: әкиәттәге йомшаҡ төлкөнө һыйпап йәки Урал тауҙарының рельефын тойоп, бала ваҡиғаларҙы күпкә сағыуыраҡ күҙ алдына килтерә.
 
«Нур» балалар үҙәге йәш ҡунаҡтарҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен күргәҙмә менән танышырға саҡыра! 
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.