«Тылсымлы лампа» ҡурсаҡ китап театры тамашаһы

«Тылсымлы лампа» ҡурсаҡ китап театры тамашаһы

Махсус китапхананың «Нур» балалар үҙәге Өфөнөң 28-се коррекция мәктәбе уҡыусылары менән берлектә тамашасыларға «Туҡмалған туҡмалмағанды алып бара» халыҡ әкиәтенең ҡурсаҡ ҡуйылышын тәҡдим итте. Тамаша 28-се мәктәп-интернат сәхнәһендә үтә.

Ҡурсаҡ йөрөтөүселәр булып мәктәп-интернаттың 3-сө класы уҡыусылары сығыш яһаны. Йәш актерҙар, ҡурсаҡтар менән идара итеп, билдәле әкиәт персонаждары ролдәрен уңышлы башҡарҙы, тамашасыларға бик күп ыңғай тойғолар һәм тәьҫораттар бүләк итте.

Балалар ҙур яуаплылыҡ менән әҙерлеккә килә, сығыштарына күп көс. Уҡыусыларға «Нур» балалар үҙәге китапханасыһы Юлиана Аҫылгәрәева һәм мәктәптең театр түңәрәге етәксеһе Басира Турсунбаева ҙур ярҙам күрһәтте.

Сара халыҡ-ара ҡурсаҡ театры көнөнә арнала.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.